Район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Ғайса Янбаев, уның йәшәйеште тәьмин итеү, төҙөлөш, архитектура, сәнәғәт, транспорт һәм бәйләнеш буйынса урынбаҫары Валерий Павлов, район Советы секретары Руслан Әхмәров, район Советы депутаты, “Тәүәкән” йәмғиәте директоры Урал Ибраһимов, район электр селтәрҙәре начальнигы Рифат Искәндәров, клуб, фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдирҙәре, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары етәкселәре, ауыл Советы депутаттары ҡатнашлығында Санъяп ауыл биләмәһе ултырышы үткән кесе йома уҙғарылды.
2020 йылда башҡарылған, 2021 йылға планлаштырылған эштәр тураһында ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Фәниә Ғәлина һөйләне.
Ауылдарҙы төҙөкләндереү эше төп һәм мөһим һорауҙарҙың береһе булып ҡала килә. Ул маҡсатта байтаҡ эш башҡарылған. Экологик өмәләрҙә, йәшелләндереү акцияларында әүҙем ҡатнашҡандар, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһына әҙерлек сиктәрендә урам, йорттарҙың исемдәре яҙылған табличкаларҙы алмаштырғандар.
Ауыл урамдарына өҫтәмә рәүештә 10 фонарь ҡуйылған, унауһы алмаштырылған. Сүп-сар өсөн 4 бункер һатып алынған.
“Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” прораммаһы буйынса иҫке ауыл клубы бинаһын йылы гараж итеп эшләгәндәр. Унда һыу өсөн ҙур күләмле һыйым һәм шәхси трактор ҡуйылған. “Аныҡ эштәр” программаһы буйынса тирмә алынған.
Ауыл биләмәһендә янғынға ҡаршы сараларға ҙур иғтибар бирелә. 2020 йылда өҫтәмә рәүештә 34 янғын иҫкәрткес ҡуйылған, Ҡасҡын ауылы ундай ҡоролмалар менән тулыһынса тәьмин ителгән, быйыл Санъяп ауылы буйынса ла был эште теүәлләп ҡуйырға уйлайҙар.
Биләмә етәксеһе, ауыл халҡы киләсәккә ҙур пландар, изге ниәттәр менән йәшәй. ”Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” пограммаһы буйынса Ҡасҡын ауылы зяратын тимер менән кәртәләп алырға планлаштырғандар.