Мораҙым
+24 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
1 Февраля 2021, 12:50

Эшһеҙҙәргә дәүләт ярҙамы күрһәтелә

Күптәрҙең үҙәгенә үткән көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе ул – эшһеҙлек. Элекке һымаҡ колхоз-совхоздар гөрләп тормағас, был проблема бигерәк тә ауыл халҡын борсой. Ир-егеттәр генә түгел, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ирекһеҙҙән ситкә китеп эшләргә мәжбүр. Әммә барыһы ла донъя ташлап китә алмай. Урыҫтар әйтмешләй, “Спасение утопающих – дело рук самих утопающих” – дәүләт ярҙамын алып, үҙ эшен асырға, үҙҙәре өсөн генә түгел, яҡындары, таныштары өсөн дә эш урыны булдырырға теләгәндәр өсөн түбәндәге мәғлүмәттәр, бәлки, файҙалы булыр. Күгәрсен районы буйынса Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге начальнигы Лилиә Литвинова эшһеҙ категорияһына ҡарағандарға хөкүмәт тарафынан ниндәй адреслы ярҙам саралары булыуы тураһында бәйән итә.Һөнәри әҙерлек һәм ҡайтанан һөнәри әҙерлек үтеү, квалификацияны күтәреү. Был юлды декрет ялында булған әсәләр, пенсия алды йәшендәгеләр файҙалана ала. Шуныһын да белеү зарур: уҡыу һәм юл хаҡын, стипендия түләүҙе мәшғүллек үҙәге үҙ өҫтөнә ала.Һөнәри училищеларҙы һәм урта махсус уҡыу йорто бөткән 18 йәштән 20 йәшкәсә эшһеҙҙәрҙе ваҡытлыса эшкә урынлаштырыу. Айына 3450 һум түләнә.Уҡыу йортон яңы тамамлаған йәш белгестәр өсөн район предприятиеларында стажировка уҙғарыу. Эш хаҡы – 12 798 һум. Эш биреүселәргә эш хаҡы һәм һалым өсөн сығымдар ҡаплатыла.Инвалидтар өсөн дә шундай уҡ тәҡдим бар.Инвалидтарҙы эшкә алған эш биреүселәргә улар өсөн эш урынын йыһазландырыу өсөн сығымдар ҡаплатыла. Субсидия күләме эшкә алыныусының инвалидлыҡ төркөмөнә ҡарап билдәләнә: 75 меңдән 100 мең һумғаса.Шәхси эшҡыуар, крәҫтиән (фермер) хужалығы йәки юридик шәхес булараҡ үҙ эшен асырға теләгән эшһеҙҙәргә 145 560 һум күләмендә субсидия бирелә. Уны алыу өсөн бизнес-план төҙөргә һәм мәшғүллек үҙәге комиссияһы алдында яҡларға кәрәк.Шулай уҡ 2020 йылдан социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам (АСПК) күрһәтелә. Ул ике йүнәлеш буйынса күрһәтелә:Аҙ тәьмин ителгән граждандар рәсми эшкә урынлашҡанда 3 ай дауамында 10 400 һум ярҙам ала ала. АСПК-ны алыу өсөн күп функциялы үҙәккә йәки социаль яҡлау органдарына мөрәжәғәт итергә кәрәк.Шәхси эшҡыуар, крәҫтиән (фермер) хужалығы йәки юридик шәхес булараҡ үҙ эшен асырға теләгән эшһеҙҙәр 250 000 һум күләмендә ярҙам ала ала. Бының өсөн бизнес-план төҙөргә һәм мәшғүллек үҙәге комиссияһы алдында яҡларға кәрәк.

Күптәрҙең үҙәгенә үткән көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе ул – эшһеҙлек. Элекке һымаҡ колхоз-совхоздар гөрләп тормағас, был проблема бигерәк тә ауыл халҡын борсой. Ир-егеттәр генә түгел, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ирекһеҙҙән ситкә китеп эшләргә мәжбүр. Әммә барыһы ла донъя ташлап китә алмай. Урыҫтар әйтмешләй, “Спасение утопающих – дело рук самих утопающих” – дәүләт ярҙамын алып, үҙ эшен асырға, үҙҙәре өсөн генә түгел, яҡындары, таныштары өсөн дә эш урыны булдырырға теләгәндәр өсөн түбәндәге мәғлүмәттәр, бәлки, файҙалы булыр. Күгәрсен районы буйынса Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге начальнигы Лилиә Литвинова эшһеҙ категорияһына ҡарағандарға хөкүмәт тарафынан ниндәй адреслы ярҙам саралары булыуы тураһында бәйән итә.
  1. Һөнәри әҙерлек һәм ҡайтанан һөнәри әҙерлек үтеү, квалификацияны күтәреү. Был юлды декрет ялында булған әсәләр, пенсия алды йәшендәгеләр файҙалана ала. Шуныһын да белеү зарур: уҡыу һәм юл хаҡын, стипендия түләүҙе мәшғүллек үҙәге үҙ өҫтөнә ала.
  2. Һөнәри училищеларҙы һәм урта махсус уҡыу йорто бөткән 18 йәштән 20 йәшкәсә эшһеҙҙәрҙе ваҡытлыса эшкә урынлаштырыу. Айына 3450 һум түләнә.
  3. Уҡыу йортон яңы тамамлаған йәш белгестәр өсөн район предприятиеларында стажировка уҙғарыу. Эш хаҡы – 12 798 һум. Эш биреүселәргә эш хаҡы һәм һалым өсөн сығымдар ҡаплатыла.
  4. Инвалидтар өсөн дә шундай уҡ тәҡдим бар.
  5. Инвалидтарҙы эшкә алған эш биреүселәргә улар өсөн эш урынын йыһазландырыу өсөн сығымдар ҡаплатыла. Субсидия күләме эшкә алыныусының инвалидлыҡ төркөмөнә ҡарап билдәләнә: 75 меңдән 100 мең һумғаса.
  6. Шәхси эшҡыуар, крәҫтиән (фермер) хужалығы йәки юридик шәхес булараҡ үҙ эшен асырға теләгән эшһеҙҙәргә 145 560 һум күләмендә субсидия бирелә. Уны алыу өсөн бизнес-план төҙөргә һәм мәшғүллек үҙәге комиссияһы алдында яҡларға кәрәк.
  7. Шулай уҡ 2020 йылдан социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам (АСПК) күрһәтелә. Ул ике йүнәлеш буйынса күрһәтелә:
    1. Аҙ тәьмин ителгән граждандар рәсми эшкә урынлашҡанда 3 ай дауамында 10 400 һум ярҙам ала ала. АСПК-ны алыу өсөн күп функциялы үҙәккә йәки социаль яҡлау органдарына мөрәжәғәт итергә кәрәк.
    2. Шәхси эшҡыуар, крәҫтиән (фермер) хужалығы йәки юридик шәхес булараҡ үҙ эшен асырға теләгән эшһеҙҙәр 250 000 һум күләмендә ярҙам ала ала. Бының өсөн бизнес-план төҙөргә һәм мәшғүллек үҙәге комиссияһы алдында яҡларға кәрәк.
    3. Читайте нас