Рәсимә менән Әүхәҙи Зәйетовтар үҙҙәренең күркәм көнитмеше менән тыуған төбәген нурлы-ҡотло иткән, үҙ көстәре менән лайыҡлы донъя көткән, матур балалар үҫтергән, ауылға йәм һәм йән өргән Багдашкин ауылының (халыҡ телендә - Ыуары) абруйлы ғаиләләренең, һоҡланғыс парҙарының береһе.
- Байтаҡ йылдар бергә йәшәү осоронда һәр ғаиләләге кеүек беҙҙә лә ауырлыҡтар, бер-беребеҙҙе аңламаған, тыңламаған, күрмәгән саҡтар булды. Ана шул ауырлыҡтарҙы еңеп, йырып сыға алдыҡ. Иң мөһиме, бер-беребеҙгә булған ихтирам, һөйөү һаҡланды. Тормош булғас, төрлө саҡтар була, ғаиләне һаҡлап ҡалыр өсөн берең ут булғанда, берең һыу була белеү мөһим, - ти Рәсимә апай йәштәргә үҙенең кәңәштәрен биреп.
Рәсимә Зиннур ҡыҙы һөнәре буйынса уҡытыусы, ул үҙенең 30 йылдан ашыу ғүмерен йәш быуынға белем, тәрбиә биреүгә арнай. Әүхәҙи Әмир улы әрме хеҙмәтенә алынғансыға тиклем үк үҙенең хеҙмәт юлын “Искра” совхозында тракторсы булып башлай, тыуған совхозында, унан һуң Мәләүез урмансылығында механизатор, водитель булып намыҫлы эшләй.
Егәрлелектәре менән дан алған, булдыҡлылыҡтары менән күптәргә үрнәк булып торған ғаилә ҡала шарттарына тиң өйҙә йәшәйҙәр. Йорт-ҡураны төҙөк итеп тотоу Әүхәҙи ағай ҡулында булһа, Рәсимә апай йорт-ихатаһын гөл-сәскәләр менән биҙәй, өйҙәренең нурлы, ҡотло булыуы тап уның эшһөйәрлегенә бәйле.
Зәйетовтар бергә йәшәү дәүерендә өс балаға ғүмер бүләк итеп, уларғаҡулдарынан килгәнсә лайыҡлы тәрбиә һәм белем бирергә тырышҡандар. Ҙур ҡыҙҙары Рәзилә БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалының тарих факультетын тамамлап, Салауат ҡалаһында өҫтәмә белем биреү өлкәһендә педагог-ойоштороусы булып эшләй. Әле тормош иптәше Вадим менән Тимур исемле малай үҫтерәләр. Кесе ҡыҙҙары Рәйлә һөнәре буйынса шәфҡәт туташы, ул да тормошта, Күгәрсен егете Шамил менән Нияз һәм Эмиль исемле малайҙар тәрбиәләйҙәр. Иң кесеһе Урал Ишембай нефть колледжын тамамлап, әлеге мәлдә Мәскәү өлкәһендә һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Донъялар имен булып, уларға улдарын иҫән-һау ҡаршыларға насип булһын.
- Балаларыбыҙ йөҙөбөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәнеләр, артабан да шулай булһын, тип теләйбеҙ. Бәләкәйҙән һәр эште белеп, күреп үҫтеләр. Беҙ эштән бушамаған арала, бер-береһен ҡаранылар. Ҡыҙҙарыбыҙҙың матур тормош көтөүҙәренә, яҡшы ҡатын, әсәй булыуҙарына сикһеҙ шатланабыҙ, артабан да матур торһондар, - тип һәр балаһына изге теләктәрен юллай хәстәрлекле әсәй менән атай.
Бына шундай, тап Зәйетовтар кеүек егәрле һәм тырыш ауыл халҡы үҙенең күркәм көнитмеше менән тыуған төбәгенең сағыу-сағыу биттәрен яҙа. Бер яҡтан ҡарағанда, бөгөнгө геройҙарым – ауыл ерендә йәшәүсе ғәҙәти ғаилә. Икенсе яҡтан – тормошта үҙ урынын тапҡан, лайыҡлы балалар үҫтергән, йәшлектәге һөйөүен һаҡлап ҡала белгән һоҡланғыс пар. Тыуған төйәгеңдә дуҫтарың, туғандарың менән аралашып йәшәү, күңелеңә ятҡан эштә эшләү, балалар үҫтереү, уларҙың лайыҡлы тормош көткәнен күреү – үҙе бер бәхет. Һәр кем шулай һеҙҙең кеүек ғаиләһендәге бәхеттең, мөхәббәттең ҡәҙерен белеп, бер-береһен һаҡлап, ихтирам итеп йәшәһен...