Мораҙым
+12 °С
Дождь
ЙӘМҒИӘТ
25 Января 2021, 06:29

Лена АБДРАХМАНОВА, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге журналистар премияһы лауреаты

Лена АБДРАХМАНОВА, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге журналистар премияһы лауреаты:- 1988 йылда Күмертау ҡалаһының Юрий Гагарин исемендәге 2-се мәктәп-интернатын тамамлағас, документтарымды Башҡорт дәүләт университетына алып барып тапшырҙым да, ҡайтышлай Күмертауға һуғылып, Башҡортостан Республикаһы атҡаҙанған уҡытыусыһы, Маҡтау Билдәһе ордены кавалеры, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытыусым Хәҙисә Ғимран ҡыҙы Кинйәбаева менән ошо шатлығым менән уртаҡлашырға индем. Әммә ул мине шул уҡ көндө ул кире Өфөгә ебәрҙе. “Быйыл Афғанстандан совет ғәскәрҙәрен сығара башланылар. Яугир-интернационалистар университетҡа конкурсһыҙ инәсәк. Һинең кеүек мәктәпте яңы тамамлаған ҡыҙҙар-егеттәр араһында конкурстан үтмәүселәр күберәк булыуы ихтимал. Шулай булғас, документыңды педагогия институтына тапшырһаң яҡшыраҡ булыр”, - тине ул.

Лена АБДРАХМАНОВА, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге журналистар премияһы лауреаты:
- 1988 йылда Күмертау ҡалаһының Юрий Гагарин исемендәге 2-се мәктәп-интернатын тамамлағас, документтарымды Башҡорт дәүләт университетына алып барып тапшырҙым да, ҡайтышлай Күмертауға һуғылып, Башҡортостан Республикаһы атҡаҙанған уҡытыусыһы, Маҡтау Билдәһе ордены кавалеры, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытыусым Хәҙисә Ғимран ҡыҙы Кинйәбаева менән ошо шатлығым менән уртаҡлашырға индем. Әммә ул мине шул уҡ көндө ул кире Өфөгә ебәрҙе. “Быйыл Афғанстандан совет ғәскәрҙәрен сығара башланылар. Яугир-интернационалистар университетҡа конкурсһыҙ инәсәк. Һинең кеүек мәктәпте яңы тамамлаған ҡыҙҙар-егеттәр араһында конкурстан үтмәүселәр күберәк булыуы ихтимал. Шулай булғас, документыңды педагогия институтына тапшырһаң яҡшыраҡ булыр”, - тине ул.
Шулай итеп, миңә шул уҡ төндө Өфөгә кире юлланырға тура килде.
Баш ҡалаға өсөнсө тапҡыр ғына килеүем. Беренсеһендә 10-сы класта уҡығанда башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса республика олимпиадаһына барғайным. Икенсеһендә шул документтар менән килдем. Өфөнө бөтөнләй белмәйем. Университетҡа килеп, аттестаттарымды алып, тегеләй-былай иткәнсе төш етте. Институттың ҡабул итеү комиссияһында ла сират торҙом. Документымды тапшырайым тиһәм, әмәлгә ҡалғандай, бер фото етмәй булып сыҡты. Төшә һалып килтерергә фотосалонға ла өлгөрмәнем. Сит-ят ҡалала шулай урамда бер үҙем торҙом да ҡалдым.
Поезд төнгө 1-ҙә генә, ваҡыт бар. Таныш булмаған урамдан китеп барам. Ҡайҙа барғанымды ла белмәйем. Шул ваҡыт минең ҡаршыға бер ҡыҙ йылмайып килә. Башҡорт ҡыҙы. Тулы ғына кәүҙәле, зәңгәр күҙле, яурынына төшөп торған сәсен артҡа бәйләгән. Ул йылмайғас, мин дә йылмайҙым. Иҫәнләштек. Ҡапма-ҡаршы ике яҡҡа китеп барған кешеләр һөйләштек тә киттек. Мин уға үҙемдең проблемамды әйтеп һалдым. Ул миңә: “Ошонда тороп тор, мин хәҙер тиҙ әйләнәм. Миңә йоҡларға барырбыҙ”, - тине лә ашыға-ашыға китеп барҙы. Мин баҫҡан еремдә бер аҙым да ситкә китмәй уны көтөп ҡалдым. Тиҙ әйләнеп килде ул. Институттың рабфагын тамамлап, институтҡа ингән Йылайыр районы ҡыҙы булып сыҡты. Уның бүлмәһенә барып, сәй эсеп, йоҡлап, иртәгәһенә фотоға төшөп, документтарымды теүәлләп, тапшырып ҡайтып киттем.
Артабан Гүзәл менән бер курста уҡыныҡ. Ипле, аҡыллы, изге күңелле ҡыҙ шулай минең тормошомда ҙур роль уйнаны. Кем белә, бәлки, төнгө поезд менән ҡайтып китһәм, иртәгәһенә килеп тә тормауым да бар ине. Уны миңә Аллаһы тәғәлә үҙе юлыма сығарып ҡуйғаны. Шулай итеп, мин ҡабул итеү һынауҙарын уңышлы үтеп, Башҡорт дәүләт педагогия институты, бөгөнгө Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, филология факультетының яңы асылған башҡорт бүлексәһе студенты булып киттем.
Ошо ваҡиғаны йыш иҫкә төшөрәм мин. Ғөмүмән, юғары уҡыу йортон тамамлағансы мине тик изге күңелле кешеләр оҙатып йөрөнө. Сессия осоро минең өсөн байрам кеүек булды. Имтиханда мин яҡшы белгән билет ҡына эләкте, юл йөрөгәндә лә яҡшы кешеләр генә осраны. Шуға ла һағынып иҫкә алам юғары уҡыу йортонда уҡыған йылдарҙы. Шул йылды ғына асылған, иң көслө студенттарҙы ғына туплаған башҡорт төркөмөндә уҡыуым менән сикһеҙ ғорурланам. Уҡытыусылар беҙҙең төркөмдө бик яратты, “тәүге ҡарлауғастар” тип кенә йөрөттө. Төркөмдәштәремдең береһе лә юғалып ҡалманы, республиканың төрлө төбәгенән килгән ҡыҙҙар-егеттәр тормошта үҙ юлын, үҙ кешеһен табып, матур итеп йәшәйҙәр, әле булһа, аралашып, осрашып торабыҙ.
Читайте нас