Мораҙым
+17 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
25 Января 2021, 06:07

Ирек Юдаев, Ялсы ауыл хакимиәте башлығы

Ирек ЮДАЕВ, Ялсы ауыл хакимиәте башлығы:-1984-1991 йылдарҙа Башҡорт ауыл хужалығы институтында белем алдым. 1986-1988 йылдар әрме сафында үтте. Студент йылдарын кем онотһон инде? Йәшлегебеҙҙ иң матур, шау-гөр килеп торған мәлдәре менән күңелдә уйылып ҡалған. Уҡыу еңел булманы, талапсан ине профессорҙар. Ваҡыттың иң күп өлөшө уҡыуға бағышланһа ла, волейбол, гандбол, баскетбол, еңел һәм ауыр атлетика, футбол кеүек спорт төрҙәре менән дә шөғөлләнергә ваҡыт таптыҡ, ул арала Салауат Юлаев майҙанына (студенттар уны “пятачок” тип йөрөткәнен беләһегеҙ) күңел асырға ла саба торғайныҡ. Ураҡ осоронда Хәйбулла, Ейәнсура райондарында комбайнда ла эшләнек, Таганрог ҡалаһында комбайн заводында ла эшләп алырға тура килде. Вагон бушатыуҙа ла йөрөнөк. Профком юлламаһы менән Волгоград, Ленинград, Минск, Рига, Калининград, Таллин, Вильнюс ҡалаларын да күреп өлгөрҙөк. Күңелле ваҡыт булды. Лекцияға ашығып китеп барғанда ЗАГС-ҡа яҙылышырға тип килгән бөтөнләй таныш булмаған кешеләргә (күҙгә мөлдөрәп ҡарап торғас) кейәү егете лә (свидетель) булырға тура килде. Ошо мәж килгән студент тормошо араһында ике йыл Ватан алдында бурысыбыҙҙы ла үтәнек. Тик ултырырға, ҡул ҡаушырып йөрөргә ваҡыт та, теләк тә булманы.Институтта бик төплө белем бирҙеләр, уҡытыусыларыбыҙға оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Ә курсташтар менән ныҡ татыу булдыҡ, һаман да аралашып йәшәйбеҙ.Тулы мәҡәлә район гәзитендә донъя күрҙе.

Ирек ЮДАЕВ, Ялсы ауыл хакимиәте башлығы:
-1984-1991 йылдарҙа Башҡорт ауыл хужалығы институтында белем алдым. 1986-1988 йылдар әрме сафында үтте.
Студент йылдарын кем онотһон инде? Йәшлегебеҙҙ иң матур, шау-гөр килеп торған мәлдәре менән күңелдә уйылып ҡалған.
Уҡыу еңел булманы, талапсан ине профессорҙар. Ваҡыттың иң күп өлөшө уҡыуға бағышланһа ла, волейбол, гандбол, баскетбол, еңел һәм ауыр атлетика, футбол кеүек спорт төрҙәре менән дә шөғөлләнергә ваҡыт таптыҡ, ул арала Салауат Юлаев майҙанына (студенттар уны “пятачок” тип йөрөткәнен беләһегеҙ) күңел асырға ла саба торғайныҡ.
Ураҡ осоронда Хәйбулла, Ейәнсура райондарында комбайнда ла эшләнек, Таганрог ҡалаһында комбайн заводында ла эшләп алырға тура килде. Вагон бушатыуҙа ла йөрөнөк. Профком юлламаһы менән Волгоград, Ленинград, Минск, Рига, Калининград, Таллин, Вильнюс ҡалаларын да күреп өлгөрҙөк.
Күңелле ваҡыт булды. Лекцияға ашығып китеп барғанда ЗАГС-ҡа яҙылышырға тип килгән бөтөнләй таныш булмаған кешеләргә (күҙгә мөлдөрәп ҡарап торғас) кейәү егете лә (свидетель) булырға тура килде. Ошо мәж килгән студент тормошо араһында ике йыл Ватан алдында бурысыбыҙҙы ла үтәнек. Тик ултырырға, ҡул ҡаушырып йөрөргә ваҡыт та, теләк тә булманы.
Институтта бик төплө белем бирҙеләр, уҡытыусыларыбыҙға оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Ә курсташтар менән ныҡ татыу булдыҡ, һаман да аралашып йәшәйбеҙ.
Читайте нас