Мораҙым
+17 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
25 Января 2021, 05:57

Бөгөн - Рәсәй студенттары көнө

Студент йылдары һәм кемебеҙҙең күңелендә иң матур йәшлек йылдары булып уйылып ҡалғандыр. Күпме дуҫтар, күпме остаздар таптыҡ беҙ ошо осорҙа! Уҡыу – энә менән ҡойо ҡаҙыу тиһәләр ҙә, студенттар бөтә нәмәгә өлгөрә, бөтә нәмәгә ваҡыт таба. Романтика менән һуғарылған ҡабатланмаҫ йәшлегебеҙ генә түгел, атай-әсәй ҡосағынан айырылып, үҙ аллы оло юлға баҫыу, тормош һабаҡтары атыу, тәжрибә туплау мәле ул.Күңелегеҙҙә ниндәй яҡты хәтирәләре менән уйылып ҡалды ошо илаһи осор? Бына ошо ябай ғына, әммә студент булған кеше өсөн үҙенсәлекле лә, мөһим дә һорау менән беҙ бер нисә гәзит уҡыусыбыҙға мөрәжәғәт иттек.

Сәлиә МЫРҘАБАЕВА, медицина фәндәре докторы, профессор, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы ағзаһы:
- Биш йәштән үк балалар врачы булам тип хыяланғанға күрәлер, төп маҡсатым – медицина өлкәһен үҙләштереү булды. 1974-1980 йылдарҙа Бөшҡорт дәүләт медицина институтының педиатрия факультетында уҡыным.
Һаулыҡ һаҡлау – бик үҙенсәлекле, етди өлкә булараҡ, еңел ҡарашты ҡабул итмәй, илке-һалҡы ғына йөрөп уҡып булмай.
Медицина институтына килгән һәр студенттың хәтерендә уйылып ҡалғаны – кеше анатомияһын формалинда ятҡан кеше ағзаларын өйрәнә башлау. Бына ошонан һуң инде тәғәйенләнеше медицина өлкәһе булғандар ( рухи яҡтан ныҡлы тип әйтәйемме) ғын тороп ҡалып, осраҡлы килеп эләккәндәр китә башлай. Сөнки уны бөтәһе лә күтәрә алмай. Быныһы – бер булды.
Кеше һаулығы ғына түгел, тотош ғүмере яуаплылыҡ булып иңдәргә ятҡанда төплө белем алып, кәрәкле белгес булып сығырға тырышыуҙан башҡа юл булманы беҙгә. Башҡа уҡыу йортонда уҡығандар башлыса студент йылдарында күңелле итеп үткәргән буш ваҡыттарын иҫкә алһа, беҙҙең инде бик ваҡыт бик тығыҙ булды. Төшкә тиклем дауаханаларҙа практика үтһәк, төштән һуң лекция. Мәҫәлән, Черниковка биҫтәһендәге 17-се дауаханала практика икән тей, шул арала төшкә ҡайтып, ҡапҡылап, сәғәт икегә институтҡа лекцияға йүгерәбеҙ. Ятаҡҡа кискә генә ҡайтабыҙ ҙа, ашап ул-был иткәнсе дәрес әҙерләргә ваҡыт етә. Китаптарыбыҙҙы ҡосаҡлап, уҡыу залына – үҙ аллы әҙерләнеүгә йүнәләбеҙ. Лекцияла тыңлағандарыбыҙҙы ошолай үҙ аллы әҙерләнеү менән нығытып барҙыҡ, сөнки, теманы ваҡытында үҙләштермәһәң, имтиханда ҡыйын була. Башкөлләй уҡыуҙа үтте ваҡытыбыҙ.
Дүртенсе курстан, әхирәтем менән Республика балалар клиник дауаханаһында балалар хирургияһы бүлегендә эш башланыҡ.
Ә апайым БДУ-ның башҡорт филологияһы факультетында уҡыны. Уларҙың уҡыуы күберәк әҙәби-мәҙәни тормош менән бәйле булды. Китапханаларға, театрҙарға йөрөнөләр улар рәхәтләнеп, төрлө ижади осрашыуҙарҙа ҡатнаштылар. Салауат Юлаев майҙанында ла (“пятачок”) башҡорт йәштәре йыйылып, йырлап-бейеп күңел асырҙар ине. Мин унда бер –ике тапҡыр ғына эләгә алдым. Башҡа уҡыу йорттары студенттары һымаҡ ваҡытыбыҙ иркен булманы.
Шулай уҡ иң хәтирәле йылдар ул ятаҡта йәшәгән осор. Бүлмәләш ҡыҙҙар менән бер-беребеҙҙән өйрәнеп, бер-беребеҙгә терәк-таяныс булып йәшәнек. Коллективҡа, йәғни күмәклеккә өйрәнеү ҡатмарлы булманы. Сөнки Рәми Ғарипов исемендәге гимназия-интернатында бер бүлмәлә хатта егермешәр бала йәшәп өйрәнгәйнек.
Беҙҙе уҡытҡан данлыҡлы профессорҙар ҙа хәтерҙә. Уларҙың һәр дәресе, һәр лекцияһы алтынға бәрәбәр булғанлығына бөгөн килеп тағы инанабыҙ, уларҙы һағынып иҫкә алабыҙ.
Ниндәй генә осорҙо алһаҡ та, совет ваҡытымы, хәҙерге замандамы – йәш кешенең тормошонда студент саҡ иң матур йылдар булып иҫтә ҡала. Иң мөһиме – йәшлегенең ҡәҙерен белеп, тормошта үҙ тәғәйенләнешен табып, илебеҙгә терәк, кешеләргә кәрәк булып йәшәргә ынтылыу.
Фото ғаилә архивынан.
Читайте нас