Мораҙым
+9 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
23 Января 2021, 07:06

Иртөбәк буйында берҙәм халыҡ йәшәй

Кисә, 22 ғинуарҙа Иртөбәк ауыл биләмәһе ултырышы үтте. Сарала үткән йылға йомғаҡ яһалды, 2021 йылға яңы маҡсаттар билдәләнде. Төп доклад менән ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Закир Үзбәков сығыш яһаны, ул биләмәнең социаль-иҡтисади хәле менән ентекле таныштырҙы, төп проекттар, урындағы халыҡ һәм бағыусылар ярҙамы менән эшләнгән эштәр тураһында һөйләне, хәл итергә кәрәк проблемаларға туҡталды. 2020 йылда биләмәлә башҡарылған эштәргә туҡталды. Ғөмүмән әйткәндә, биләмә өсөн йыл насар булмаған, ниәтләгәндәрҙең барыһы үтәлгән, күләмле эштәргә килгәндә: Ялсы, Гавриловка, Семен-Петровский ауылдарының зыяраттары тимер ҡойма менән уратып алынған, “Аныҡ эштәр” программаһы буйынса Ялсы ауыл клубының ҡыйығы алмаштырылған, “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” програмаһы буйынса Ялсы ауылына балалар майҙансығы йыһазландырылған һәм башҡалар. Хәл итәһе мәсьәләләр ҙә байтаҡ: Ялсы менән Гавриловка ауылдары эргәһендәге оло юлға асфальт түшәү, мәктәп бинаһын капиталь ремонтлау талап ителә. Кадрҙарға бәйле һорауҙы ла хәл итергә кәрәк, балалар баҡсаһы һәм ФАП-ҡа белгестәр кәрәк. Биләмә башлығы Закир Сәрүәр улы форсаттан файҙаланып ауылдарҙы төҙөкләндереү эшендә янып-көйөп, бар эштәрҙе башлап йөрөгән әүҙемдәргә – Түләбай ауылы старостаһы Азат Айытҡужинға, Ялсы ауылы старостаһы Фәнил Ҡотлоғужинға, депутат Кәримбай Баҙарбаевҡа, Гавриловка ауылы старостаһы Ольга Курченковаға һәм Семен-Петровский ауылы старостаһы Владимир Учайкинға биләмәнең рәхмәт хаттарын һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Кисә, 22 ғинуарҙа Иртөбәк ауыл биләмәһе ултырышы үтте. Сарала үткән йылға йомғаҡ яһалды, 2021 йылға яңы маҡсаттар билдәләнде.
Төп доклад менән ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Закир Үзбәков сығыш яһаны, ул биләмәнең социаль-иҡтисади хәле менән ентекле таныштырҙы, төп проекттар, урындағы халыҡ һәм бағыусылар ярҙамы менән эшләнгән эштәр тураһында һөйләне, хәл итергә кәрәк проблемаларға туҡталды. 2020 йылда биләмәлә башҡарылған эштәргә туҡталды.
Ғөмүмән әйткәндә, биләмә өсөн йыл насар булмаған, ниәтләгәндәрҙең барыһы үтәлгән, күләмле эштәргә килгәндә: Ялсы, Гавриловка, Семен-Петровский ауылдарының зыяраттары тимер ҡойма менән уратып алынған, “Аныҡ эштәр” программаһы буйынса Ялсы ауыл клубының ҡыйығы алмаштырылған, “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” програмаһы буйынса Ялсы ауылына балалар майҙансығы йыһазландырылған һәм башҡалар.
Хәл итәһе мәсьәләләр ҙә байтаҡ: Ялсы менән Гавриловка ауылдары эргәһендәге оло юлға асфальт түшәү, мәктәп бинаһын капиталь ремонтлау талап ителә. Кадрҙарға бәйле һорауҙы ла хәл итергә кәрәк, балалар баҡсаһы һәм ФАП-ҡа белгестәр кәрәк.
Биләмә башлығы Закир Сәрүәр улы форсаттан файҙаланып ауылдарҙы төҙөкләндереү эшендә янып-көйөп, бар эштәрҙе башлап йөрөгән әүҙемдәргә – Түләбай ауылы старостаһы Азат Айытҡужинға, Ялсы ауылы старостаһы Фәнил Ҡотлоғужинға, депутат Кәримбай Баҙарбаевҡа, Гавриловка ауылы старостаһы Ольга Курченковаға һәм Семен-Петровский ауылы старостаһы Владимир Учайкинға биләмәнең рәхмәт хаттарын һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Сара тураһында тулы мәғлүмәт гәзитебеҙҙең киләһе һандарында.
Читайте нас