Мораҙым
-4 °С
Ясно
ЙӘМҒИӘТ
22 Января 2021, 10:54

Санъяп ауылы тураһында китап сыҡты

Күптән түгел районыбыҙҙың күркәм ауылдарының береһе – Санъяп ауылы тураһында китап донъя күрҙе. Унда ауылдың үткәне, мәктәп, хужалыҡ тураһында яҙылған, улар элекке, боронғо фотоһүрәттәр менән байытылған. Ауылдан сыҡҡан, илебеҙ, республикабыҙ, районыбыҙ үҫешенә ҙур өлөш индергән, юғары наградаларға лайыҡ булған фән эшмәкәрҙәре, уҡытыусылар, табиптар, мәҙәниәт эшсәндәре, ауыл хеҙмәтсәндәре, хәрбиҙәр тураһында ла мәғлүмәт бирелгән. Әлеге ваҡытта ауылда йәшәүселәр тураһында ентекле бәйән ителгән. Китап сығарыу еңелдән түгел. Күпме көс, хеҙмәт талап итә ул. Санъяп ауылы китабын сығарыуға көс һалыусылар тураһында биләмә башлығы Фәниә Ғәлина һөйләй:- Сөләймән ағай Мәзитов (мәрхүм) Санъяп, Ҡасҡын ауылдары тарихын, төп сығыштары ошо ауылдарҙан булған кешеләр тураһында үҙе күргән-белгән, ишеткән, шулай уҡ ауылдаштарҙың хәтирәләренә, архив материалдарына нигеҙләнгән яҙмаларын туплап, 2 ауыл тураһында китап сығарырға ҡарар итә. 2015 йылда “Ҡасҡын ауылы һәм уның кешеләре” тигән китабын үҙ көсө менән баҫтырып сығара. Санъяп ауылы тураһында ла китап сығарыу маҡсатында бик күп материалдар туплай. Ләкин яҙмыш елдәре аяуһыҙ, Сөләмән ағайҙың ғүмере фажиғәле рәүештә өҙөлөп ҡуйҙы. Беҙ уның рухы алдында баш эйәбеҙ. Сөләймән ағайҙың эшен дауам итеп, ауыл китабын баҫтырып сығарыуға ауылдаштарыбыҙ – медицина фәндәре докторы, профессор Ваһапова Вәсилә Шәрифйән ҡыҙы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, ауыл фәндәре докторы, профессор Исхаҡов Ришат Сәлмән улы, ауылдашыбыҙ Дәүләтбаев Әлфир Заһир улы күп көс һалды. Шулай уҡ Ришат Сәлмән улы китапты баҫтырып сығарыуға финанс ярҙам күрһәтте, уның ярҙамы менән Сөләймән ағай башлаған эш аҙағына етте, китап баҫылып сыҡты. Үҙемдең һәм ауылдаштар исеменән уларға ҙур рәхмәтемде белдерәм, - тине Фәниә Әхмәт ҡыҙы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Күптән түгел районыбыҙҙың күркәм ауылдарының береһе – Санъяп ауылы тураһында китап донъя күрҙе.
Унда ауылдың үткәне, мәктәп, хужалыҡ тураһында яҙылған, улар элекке, боронғо фотоһүрәттәр менән байытылған. Ауылдан сыҡҡан, илебеҙ, республикабыҙ, районыбыҙ үҫешенә ҙур өлөш индергән, юғары наградаларға лайыҡ булған фән эшмәкәрҙәре, уҡытыусылар, табиптар, мәҙәниәт эшсәндәре, ауыл хеҙмәтсәндәре, хәрбиҙәр тураһында ла мәғлүмәт бирелгән. Әлеге ваҡытта ауылда йәшәүселәр тураһында ентекле бәйән ителгән.
Китап сығарыу еңелдән түгел. Күпме көс, хеҙмәт талап итә ул. Санъяп ауылы китабын сығарыуға көс һалыусылар тураһында биләмә башлығы Фәниә Ғәлина һөйләй:
- Сөләймән ағай Мәзитов (мәрхүм) Санъяп, Ҡасҡын ауылдары тарихын, төп сығыштары ошо ауылдарҙан булған кешеләр тураһында үҙе күргән-белгән, ишеткән, шулай уҡ ауылдаштарҙың хәтирәләренә, архив материалдарына нигеҙләнгән яҙмаларын туплап, 2 ауыл тураһында китап сығарырға ҡарар итә.
2015 йылда “Ҡасҡын ауылы һәм уның кешеләре” тигән китабын үҙ көсө менән баҫтырып сығара. Санъяп ауылы тураһында ла китап сығарыу маҡсатында бик күп материалдар туплай. Ләкин яҙмыш елдәре аяуһыҙ, Сөләмән ағайҙың ғүмере фажиғәле рәүештә өҙөлөп ҡуйҙы. Беҙ уның рухы алдында баш эйәбеҙ. Сөләймән ағайҙың эшен дауам итеп, ауыл китабын баҫтырып сығарыуға ауылдаштарыбыҙ – медицина фәндәре докторы, профессор Ваһапова Вәсилә Шәрифйән ҡыҙы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, ауыл фәндәре докторы, профессор Исхаҡов Ришат Сәлмән улы, ауылдашыбыҙ Дәүләтбаев Әлфир Заһир улы күп көс һалды. Шулай уҡ Ришат Сәлмән улы китапты баҫтырып сығарыуға финанс ярҙам күрһәтте, уның ярҙамы менән Сөләймән ағай башлаған эш аҙағына етте, китап баҫылып сыҡты. Үҙемдең һәм ауылдаштар исеменән уларға ҙур рәхмәтемде белдерәм, - тине Фәниә Әхмәт ҡыҙы.
Бөгөнгө заманда ла ҡулға тотоп уҡый торған китаптың абруйы төшмәй, айырыуса ул үҙ тыуған ерең, үҙ нәҫелең тураһында булһа. Санъяп ауылы тураһындағы китап та ошо ауылда тыуып үҫкән, ошо ауылда донъя көткән һәр бер кешенең йортонда ҡәҙерле ҡомартҡы булып һаҡланыр.
Читайте нас