Мораҙым
+17 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
22 Января 2021, 10:26

Эшләһәң – ярҙам була

Ҙур күләмдәрҙә фермерлыҡ менән шөғөлләнәләрме, әллә шәхси хужалыҡта үҙ эшен алып баралармы – йүнсел хужаларға төрлө яҡлап ярҙам итеүгә беҙҙең республикала ҙур иғтибар бүленә. Үткән аҙнала район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Ғайса Янбаев етәкселегендә үткән сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә ит малсылығы тармағын үҫтереү өлкәһендә эш башларға ниәтләгән Людмила Крапивина мөрәжәғәт итте. Йомағужа ауылында йәшәүсе күп балалы ғаилә “Агростартап” программаһы буйынса крәҫтиән (фермер) хужалығын үҫтереүгә грант биреүҙең конкурс һайлап алыу турына ярҙам күрһәтеүҙәрен һораны. Шулай уҡ малсылыҡ менән ныҡлап шөғөлләнергә уйлаған йүнселдәр Мерәүешле ауылы эргәһендәге иҫке ферма, машина-трактор оҫтаханаһы һәм иген келәте урынлашҡан ерҙәрҙе рәсмиләштереп, унда малдарҙы тотоу өсөн яңы ферма төҙөргә уйлай. Ниәттәре тормошҡа ашып, грант алһалар, хужалар ул аҡсаларҙы мал һәм техника һатып алыуға тотонорға ниәтләй.

Ҙур күләмдәрҙә фермерлыҡ менән шөғөлләнәләрме, әллә шәхси хужалыҡта үҙ эшен алып баралармы – йүнсел хужаларға төрлө яҡлап ярҙам итеүгә беҙҙең республикала ҙур иғтибар бүленә.
Үткән аҙнала район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Ғайса Янбаев етәкселегендә үткән сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә ит малсылығы тармағын үҫтереү өлкәһендә эш башларға ниәтләгән Людмила Крапивина мөрәжәғәт итте. Йомағужа ауылында йәшәүсе күп балалы ғаилә “Агростартап” программаһы буйынса крәҫтиән (фермер) хужалығын үҫтереүгә грант биреүҙең конкурс һайлап алыу турына ярҙам күрһәтеүҙәрен һораны. Шулай уҡ малсылыҡ менән ныҡлап шөғөлләнергә уйлаған йүнселдәр Мерәүешле ауылы эргәһендәге иҫке ферма, машина-трактор оҫтаханаһы һәм иген келәте урынлашҡан ерҙәрҙе рәсмиләштереп, унда малдарҙы тотоу өсөн яңы ферма төҙөргә уйлай. Ниәттәре тормошҡа ашып, грант алһалар, хужалар ул аҡсаларҙы мал һәм техника һатып алыуға тотонорға ниәтләй.
Әлеге мәлдә улар үҙҙәренең шәхси хужалығында күпләп мал тота. Крапивиндар иҫәбендә 110 гектар бесәнлек, 45 гектар һөрөнтө ерҙәр, трактор бар. Һөрөнтө ерҙәргә улар үҙҙәренең малына ашатыр өсөн иген һәм көнбағыш сәсә.
Людмила Владимировна әлегә малдарының ауыл көтөүе менән бергә йөрөүе тураһында әйтте, әгәр малдар һанын арттырһалар, уларға көтөүлек өсөн ерҙәр алырға ла кәрәк буласаҡ, был һорауға Түбәнге Бикҡужа ауыл биләмәһе башлығы Йәмил Айҙарбәков асыҡлыҡ индерҙе, ауыл эргәһендә буш ятҡан ерҙәр байтаҡ, көтөүлек алыуға ҡаршылыҡтар килеп сыҡмаҫҡа тейеш, тине. Әгәр ауыл көтөүе менән йөрөтөргә теләһәләр, яҙ үткән граждандар йыйылышында ике яҡ менән дә кәңәшләшергә, һөйләшергә тигән бурыс ҡуйылды.
Район етәксеһе Ғайса Ғилметдин улы кәңәшмә эшенә йомғаҡ яһап, Людила Владимировнаға тоҡомло мал һатып алырға, ферманы рациональ итеп төҙөргә, әгәр ит йүнәлеше буйынса ғына эшләргә уйлаһалар, малды кәртәләнгән ерҙә тотоп, ашауға ҙур иғтибар бирергә кәрәк, тигән кәңәштәрен бирҙе.
Читайте нас