Мораҙым
+20 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
21 Января 2021, 07:44
Мышылар ҡасан мөгөҙ ташлай?
Видеояҙмалағы мышыны беҙгә Исем ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Юлиә Таһир ҡыҙы Хренова ебәрҙе. Ҡыр һыйырын (ҡайһы бер төбәктәрҙә уны шулай тип атайҙар) улар ҡаланан ҡайтып килешләй осратҡан.
Добавить в предпочтительные источники Google
Мышы — боландар ғаиләһенә ҡараған оҙон аяҡлы, ҡыҫҡа ҡойроҡло, яҫы тарбаҡ мөгөҙлө ҡыр хайуаны; төркөмө боландар ғәиләһенә ҡараған иң ҙур хайуан. Мышы һоро төҫтә, ә тояҡтары аҡ була. Мөгөҙөнөң саттары яҡ-яҡҡа тырпайған, тәне йылҡылдап торған, оҙон аяҡлы хайуанды күргән кеше уға һоҡланмай булдыра алмай. Башҡортостанда төбәктә мышынан да ҙурыраҡ ҡырағай хайуан юҡ. Ул боландар нәҫеленә инә. Ата мышының кәүҙә оҙонлоғо өс метр, бейеклеге ике метрҙан ашыу була. Муйыны ҡыҫҡа, йыуан. Башы ҙур. Ҡолаҡтары оҙон булһа, ҡойроғо бик ҡыҫҡа. Мөгөҙөнөң ауырлығы 20 килограмға, ҡоласы ике метрға етә. Ноябрь - ғинуарҙа мөгөҙө төшә һәм мартта яңынан үҫә башлай.
Мышылар йәшәү урыны итеп урман, йылға-күл буйҙарын хуп күрәләр. Ҡышын уҫаҡ, тал, миләш, ҡарағай һәм башҡа ағастарҙың ҡайырыһы, ботаҡтары, бөрөләре менән туҡланалар.
Инә мышы май-июндә ике быҙау, һирәк осраҡта бер быҙау килтерә. Ай тулыуға улар әсәләренә эйәреп, йүгереп йөрөйҙәр. Өс ай ярым тик
һөт
менән генә туҡланалар. Башҡортостанда мышыларҙың һаны кәмей бара.
Читайте нас
вк
ок
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"