Районда Тәлғәт Ишемғоловты белмәгән кеше юҡтыр. Һөнәре буйынса музыка белгесе булһа ла, бала саҡтан ижадҡа тартылған. "Мәктәптә уҡығанда иншаларҙы оҫта яҙа инем. Ә бына математика, физика кеүек теүәл фәндәрҙе, нишләптер, яратманым. Уның ҡарауы, әҙәбиәт, тарих дәрестәрен көтөп алыр инем", - тип хәтерләй Тәлғәт Ғәлиән улы. Үҙнәшер ысул менән ул байтаҡ китаптар баҫтырҙы. Уның хикәйәләре район гәзитендә генә түгел, республика, халыҡ-ара баҫмаларҙа ла донъя күрә. Тәүге китабына исем биргән "Бәндәбикә" повесы "Башҡортостан ҡыҙы"нда баҫылды. Журналистика өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге район журналистар премияһына ла лайыҡ булғайны. Ә быйыл иһә уның ижады Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премия менән баһаланды.
Тәлғәт Ғәлиән улының ижади портреты менән гәзиттең киләһе һандарының береһендә таныша алырһығыҙ.