Мораҙым
+16 °С
Ясно
ЙӘМҒИӘТ
18 Января 2021, 13:10

Өлгөлө ғаиләләрҙең береһе

Минең тыуып үҫкән ауылым Бикбулат райондағы иң ҙур башҡорт ауылдарының береһе булып тора. Ул тирә-яҡта үҙенең иҫ киткес хозур тәбиғәте менән генә түгел, ә эшһөйәр, намыҫлы, алсаҡ кешеләре менән дә дан тота. Ошо ауылда ғүмер кисергән олатайым менән өләсәйем - тап шундай абруйлы, өлгөлө ғаиләләрҙең береһе. Ғинуар айында уларҙың икеһенең дә тыуған көндәре, етмәһә , бергә татыу ғүмер итеүҙәренә теүәл алмыш ете йыл тулды. Шуға күрә минең был мәҡәләм ҡәҙерлеләремдең күркәм ғүмер байрамдарына матур бүләк булыр тип ышанам. Бала һәм үҫмер саҡтары иҫ киткес ауыр йылдарға тура килгән олатайым менән өләсәйемдең күргән-кисергәндәрен тыңлаһаң, хатта тотош бер китап яҙырлыҡ! Улар икеһе лә бала ғына көйөнсә һуғыш ауырлыҡтарын үҙ иңдәрендә күтәргән тыл һәм хеҙмәт ветерандары. Олатайым Иҫәнгилдин Сәлихйән Хәкимйән улы 1932 йылдың ғинуарында тыуған.

Минең тыуып үҫкән ауылым Бикбулат райондағы иң ҙур башҡорт ауылдарының береһе булып тора. Ул тирә-яҡта үҙенең иҫ киткес хозур тәбиғәте менән генә түгел, ә эшһөйәр, намыҫлы, алсаҡ кешеләре менән дә дан тота. Ошо ауылда ғүмер кисергән олатайым менән өләсәйем - тап шундай абруйлы, өлгөлө ғаиләләрҙең береһе.
Ғинуар айында уларҙың икеһенең дә тыуған көндәре, етмәһә , бергә татыу ғүмер итеүҙәренә теүәл алмыш ете йыл тулды. Шуға күрә минең был мәҡәләм ҡәҙерлеләремдең күркәм ғүмер байрамдарына матур бүләк булыр тип ышанам.
Бала һәм үҫмер саҡтары иҫ киткес ауыр йылдарға тура килгән олатайым менән өләсәйемдең күргән-кисергәндәрен тыңлаһаң, хатта тотош бер китап яҙырлыҡ! Улар икеһе лә бала ғына көйөнсә һуғыш ауырлыҡтарын үҙ иңдәрендә күтәргән тыл һәм хеҙмәт ветерандары.
Олатайым Иҫәнгилдин Сәлихйән Хәкимйән улы 1932 йылдың ғинуарында тыуған. Ул беренсе класты ла тамамлап өлгөрмәй, һуғыш башлана. Әсәһе Ғилмиямал колхозда һауынсы булып эшләй. Атаһы һуғышҡа алынғас, ул, ишле ғаиләлә иң өлкән бала булараҡ, яҡындарына терәк булып тора: ҡустыларын, һылыуҙарын туйҙырыр өсөн колхозда һыйыр менән һабан һөрөп, тырма тырматып, йыла һыҙырып, урман ҡырҡып, көнө-төнө эшләй. Һуңынан Мөжәүир исемле олатайҙан сабата үрергә өйрәнә. Был һөнәрҙе үҙләштергәс, сабата һатып та кәсеп итә. Ғөмүмән, быуындары ла ҡатмаған үҫмер нисек тә әмәлен табып, ғаиләһенә ризыҡ табып ҡына тора.
Әйткәндәй, олатайым үргән сабата Бикбулат мәктәбе музейында ла һаҡлана. Аслыҡ башланғас, төрлө үлән тамырҙары, серек картуф, атҡолаҡ ашарға ла тура килә. Нисек кенә ауыр булһа ла, күмәк балалы ғаилә ҡыйынлыҡтарға бирешмәй. Атаһы һуғыштан иҫән-һау әйләнеп ҡайта һәм ҡатыны Ғилмиямал йәшләй генә үлеп киткәс, икенсе ҡатынға өйләнә.
Ғаиләлә хәҙер ике әсәнән ун бер бала булып китә, шуға минең олатайыма ла һәр ваҡыт ең һыҙғанып эшләргә тура килә: совхоз ойошторолғас, фермала ике йыл буйына һыу ташый, ер һөрә, бесән саба, урман ҡырҡырға ла йөрөй. Ауылдағы тәүге тимер йәбештереүсе (тимерсе) лә булып тора ул. Был һөнәр буйынса бер нисә йыл рәттән “Иң яҡшыһы” тигән исемгә лайыҡ булып, күп грамоталар алған.
Олатайым шулай уҡ һал ағыҙыуҙа ла ҡатнашҡан. Кесе Эйек йылғаһы ул ваҡытта ҙур булған, кешеләр бүрәнәләрҙе ҡышҡыһын әҙерләп ҡуйғандар һәм яҙғыһын йылға буйлап ағыҙғандар. Ҡайһы берҙә һалдарҙа магазин да ағыҙып килтергәндәр. Ауыл кешеләре лә яр башында һөт ризыҡтары һатып торғандар. Тормош ни тиклем ауыр булһа ла, ул заманда кешеләр күтәренке рухлы, дәртле булған. Кис етһә уйын ойоштороп күңел асҡандар, бик күңелле йәшәгәндәр.
Олатайым 1953 йылда өләсәйемде - ул саҡта киске мәктәптә уҡып йөрөгән ҡыҙҙы йәш кенә көйөнсә кәләш итеп ала, уны әсәләренә ҡалдырып, әрме хеҙмәтенә китә, Ҡырымда өс йыл хеҙмәт итә. Үҙе киткәс, оло ҡыҙы Таңһылыу тыуа. Өләсәйем олатайымды өс йыл ярым буйы көтөп ала, бейемдәренең өйөндә ике сәңгелдәк элеп, уның балаларын да ҡарашып, татыу донъя көткәндәр. Олатайым ҡайтҡас, өй һалып башҡа сыҡҡандар.
Өләсәйем Мәймүнә Сәйфетдин ҡыҙының да бала сағы бик еңелдән булмай. Ул да ғаиләлә иң өлкән бала була. Өләсәйемә - өс, һеңлеһе Миңһылыуға бер йәш кенә булғанда, атаһы Сәйфетдинде һуғышҡа алалар. Ҡарт өләсәйем Мәғәфүрә (өләсәйемдең әсәһе) ике йәш балаһын өйҙә ҡалдырып, һыйырына ашатырға көн дә кәбән төбө соҡорға, йә утын һөйрәргә йөрөгән, үҙе сабый ғына булған өләсәйем өйҙә һеңлеһен ҡарап ҡалған. “Һуғыш сыҡҡан йылды ямғыр күп яуҙы, сәскән картуфтарының күбеһе сереп, һыу эсендә ятып ҡалды”, - тип хәтерләй өләсәйем. Ул йылдарҙа ауыл халҡына бик ауырға тура килгән. Аслыҡ башланғас, өләсәйемдәр һыйырҙары булғас, бирешмәгәндәр, башҡа ауылдаштары аслыҡтан шешенгәндә, уларға ла ярҙам иткәндәр. Ленинград блокадаһында булған ҡарт олатайым Сәйфетдин Баймырҙин 1943 йылда ҡаты яраланып һуғыштан ҡайта, бер ай самаһы госпиталдә ятып ҡайтҡандан һуң да, ауыр эште бик эшләй алмаған, шуға ла күп ауыр эштәр өләсәйемдең иңенә төшкән. Кесе туғандарын туйҙырыр, ғаиләне аҫрар өсөн улар атаһы менән бергә мурҙа менән балыҡ тоторға, һунарға йөрөгәндәр, септә һуҡҡандар, муйыл йыйып һатып та кәсеп иткәндәр.
Өләсәйем совхоз осоронда ла ең һыҙғанып эшләгән. Бер эштән дә ҡурҡып тормаған: бесәнен дә сапҡан, урағын да урған, сөгөлдөр ҙә утаған.
Йәш саҡтарында күп ауырлыҡ күргән олатайым менән өләсәйем бына инде алтмыш ете йыл татыу ғүмер итәләр, ете бала тәрбиәләп үҫтергәндәр (икеһе мәрхүм инде), минең әсәйем - уларҙың иң кесе ҡыҙҙары. Олатайым ауылда һуғыштан һуңғы тәүге комсомолецтарҙың береһе булып торған. Өләсәйем бик матур йырлай, шиғыр ҙа сығара. Йәшерәк сағында ауылдың үҙешмәкәр артистары менән төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашып йөрөгән. Әлеге көндә лә улар, оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, күп йәштәргә өлгө булырлыҡ итеп донъя көтәләр, дин тотоп, балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә ярҙам итеп, фәһемле кәңәштәрен биреп йәшәйҙәр. Мин улар менән сикһеҙ ғорурланам, уларға оҡшарға тырышам: ауылда йәшәгәндә олатайым менән гел мәсеткә йөрөнөм, Ҡөрьән сүрәләрен ятлап өйрәндем. Был сүрәләр,
олатайым менән өләсәйемдең, ҡартайым менән ҡәрсәйемдең изге кәңәштәре, теләктәре мине һәр ваҡыт ҡурсалайҙыр тип уйлайым. Юҡҡа ғына башҡорт халыҡ мәҡәлендә “Ололарҙы ололау - яҡшылыҡтың билдәһе, олоға ҡолаҡ һалмау - яманлыҡтың билдәһе” тип әйтелмәгән бит.
Барлыҡ балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре исеменән ҡәҙерле кешеләремә ысын күңелдән ныҡлы һаулыҡ, ырыҫлы, мул тормошта барлыҡ балаларының хәстәрлеген тойоп йәшәүҙәрен теләйем. Бәхетле, тыныс ҡартлыҡ насип булһын һеҙгә, ҡәҙерлеләрем!
Мин атай-әсәйле, олатай-өләсәйле, ҡартай-ҡәрсәйле бала булып үҫеүем менән сикһеҙ бәхетлемен!
Сөмбөл ИШБАЕВА, Р.Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназияһының 10-сы класс уҡыусыһы.
Читайте нас