Мораҙым
+17 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
17 Января 2021, 18:45

Йәшлек – йәшнәп йәшәр саҡ!

Ир менән ҡатын бер булып, тормош йөгөн бергә тартҡанда ғына донъялар алға бара, тиҙәр күпте күргән инәй-бабайҙар. Тәүәкән ауылында йәшәгән Гөлназ менән Руслан Ҡаразбаевтар, сағыштырмаса йәш булһалар ҙа, бына шул хәҡиҡәткә таянып йәшәй. Өс тиҫтәһенә яңы аяҡ баҫҡан әле улар, ғаилә ҡороуҙарына ла әллә ни күп түгел: бары тик ун йыл ғына була – быйыл үҙҙәренең ҡурғаш (алһыу) туйҙарын билдәләргә йыйыналар. Үҙҙәре һымаҡ һөйкөмлө өс бала үҫтерәләр – Наҙгөлдәренә 8, Айгизгә 6, Айбулатҡа 5 йәш. Гөлназ хат ташыусы булып эшләй, Руслан Тәүәкән ауыл-табип амбулаторияһында водитель. Хужалыҡтары ярайһы уҡ ҙур: 6-7 баш һыйыр аҫрайҙар, күпләп ҡош-ҡорт көтәләр, баҡса тултырып йәшелсә-емеш тә үҫтерәләр. -Өйҙәге бар эште лә бергәләп эшләйбеҙ, шуға артыҡ ауырлығы тойолмай. Бейем дә, янда булғас, балаларға күҙ-ҡолаҡ, подписка ваҡытында эшемдә лә ярҙам итә, - ти Гөлназ. Уҙған йыл йәш ғаилә өй һатып алған. Бына шундай тырыш, уңған йәштәр бар беҙҙең Күгәрсендә!

Ир менән ҡатын бер булып, тормош йөгөн бергә тартҡанда ғына донъялар алға бара, тиҙәр күпте күргән инәй-бабайҙар. Тәүәкән ауылында йәшәгән Гөлназ менән Руслан Ҡаразбаевтар, сағыштырмаса йәш булһалар ҙа, бына шул хәҡиҡәткә таянып йәшәй. Өс тиҫтәһенә яңы аяҡ баҫҡан әле улар, ғаилә ҡороуҙарына ла әллә ни күп түгел: бары тик ун йыл ғына була – быйыл үҙҙәренең ҡурғаш (алһыу) туйҙарын билдәләргә йыйыналар. Үҙҙәре һымаҡ һөйкөмлө өс бала үҫтерәләр – Наҙгөлдәренә 8, Айгизгә 6, Айбулатҡа 5 йәш. Гөлназ хат ташыусы булып эшләй, Руслан Тәүәкән ауыл-табип амбулаторияһында водитель. Хужалыҡтары ярайһы уҡ ҙур: 6-7 баш һыйыр аҫрайҙар, күпләп ҡош-ҡорт көтәләр, баҡса тултырып йәшелсә-емеш тә үҫтерәләр.
-Өйҙәге бар эште лә бергәләп эшләйбеҙ, шуға артыҡ ауырлығы тойолмай. Бейем дә, янда булғас, балаларға күҙ-ҡолаҡ, подписка ваҡытында эшемдә лә ярҙам итә, - ти Гөлназ.
Уҙған йыл йәш ғаилә өй һатып алған.
Бына шундай тырыш, уңған йәштәр бар беҙҙең Күгәрсендә!
Читайте нас