Мораҙым
+12 °С
Дождь
ЙӘМҒИӘТ
16 Января 2021, 19:32

Балаларым ҡайта тиеп

Балаларым ҡайта тиеп,Өлтөрәп йөрөй әсә.Йә өлгөрмәй ҡуйырмын тип,Икмәген һалды кисә.Кисә үк итен үткәреп,Бәрәңге алып ҡуйҙы,Мунса ла әҙер торһон тип,Алдан ташыны һыуҙы.Бөгөн иртән ҡамыр баҫыпҠабартырға тип ҡуйҙы.Өйөн йыйыштыра һалып,Иҙәндәрен дә йыуҙы.Шул арала ҡамыр әҙер,Бәлешен дә бешерҙе.Баҙға төшөп, емеш – еләкҠайнатмаһын мендерҙе.Бөтәһе лә әҙер булды,Эштәр ҙә теүәлләнде.Ҡалай һәйбәт - барыһы лаБик тиҙ генә эшләнде.Башҡа көндәрҙәге кеүекАрыуын да һиҙмәне.Балаларын бик һағынған -Аҙна, ун көн күрмәне.Мунса әҙер, сәй ҡайнаған,Ашы ла күптән бешкән.Инде балаларым ғынаҠайтып етһендәр иҫән.Әсәй өсөн балаларҙыңҠайтыуы ла ҙур байрам!Эй, Хоҙайым, шул бәхеттәнБер үк айырма Аллам!Лилиә Батыршина

Балаларым ҡайта тиеп,
Өлтөрәп йөрөй әсә.
Йә өлгөрмәй ҡуйырмын тип,
Икмәген һалды кисә.

Кисә үк итен үткәреп,
Бәрәңге алып ҡуйҙы,
Мунса ла әҙер торһон тип,
Алдан ташыны һыуҙы.

Бөгөн иртән ҡамыр баҫып
Ҡабартырға тип ҡуйҙы.
Өйөн йыйыштыра һалып,
Иҙәндәрен дә йыуҙы.

Шул арала ҡамыр әҙер,
Бәлешен дә бешерҙе.
Баҙға төшөп, емеш – еләк
Ҡайнатмаһын мендерҙе.

Бөтәһе лә әҙер булды,
Эштәр ҙә теүәлләнде.
Ҡалай һәйбәт - барыһы ла
Бик тиҙ генә эшләнде.

Башҡа көндәрҙәге кеүек
Арыуын да һиҙмәне.
Балаларын бик һағынған -
Аҙна, ун көн күрмәне.

Мунса әҙер, сәй ҡайнаған,
Ашы ла күптән бешкән.
Инде балаларым ғына
Ҡайтып етһендәр иҫән.

Әсәй өсөн балаларҙың
Ҡайтыуы ла ҙур байрам!
Эй, Хоҙайым, шул бәхеттән
Бер үк айырма Аллам!

Лилиә Батыршина
Читайте нас