Мораҙым
0 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
13 Января 2021, 07:13

Район гәзитенә - 90 йыл

Быуатҡа яҡын тарихы булған Күгәрсен районы гәзите быйыл үҙенең 90 йыллығын билдәләй. Үткәндәргә байҡау яһаһаҡ, 1931 йылдың 19 сентябрендә (К. Кәримский тарафынан) Бөтә союз коммунистар (большевиктар) партияһы менән колхозсылар союзының ваҡытлы баҫмаһын булдырыу тураһында мәсьәлә күтәрелә. Шул йылдың 25 сентябрендә “Коммуна байрағы” тип исемләнгән гәзиттең тәүге һаны донъя күрә. Райком мөхәрририәткә гәзитте аҙнаһына ике тапҡыр сығарып барырға ҡуша. Уның мөхәррире итеп Х. Ғөбәйҙуллин тәғәйенләнә. Куйсков, Качков, Ксилов, Мәсәғүтовтар мөхәрририәт ағзалары була. Колхозсылар союзы тәүге айҙарҙа уҡ гәзиткә матди яҡтан ярҙам күрһәтә, яҙыу ҡараһы, ҡағыҙ кеүек кәрәкле әйберҙәр менән тәьмин итә. Гәзиттә ауыл хужалығы эшмәкәрлеге, сәйәси мәҡәләләр донъя күрә башлай.1932 йылдың 22 декабрендә гәзитте ике телдә – рус һәм башҡорт – сығарырға ҡарар ҡабул ителә.Район гәзитенең тарихы, уның мөхәррирҙәре, хеҙмәткәрҙәре тураһында ошо төркөмдә таныштырып барырбыҙ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Быуатҡа яҡын тарихы булған Күгәрсен районы гәзите быйыл үҙенең 90 йыллығын билдәләй. Үткәндәргә байҡау яһаһаҡ, 1931 йылдың 19 сентябрендә (К. Кәримский тарафынан) Бөтә союз коммунистар (большевиктар) партияһы менән колхозсылар союзының ваҡытлы баҫмаһын булдырыу тураһында мәсьәлә күтәрелә. Шул йылдың 25 сентябрендә “Коммуна байрағы” тип исемләнгән гәзиттең тәүге һаны донъя күрә. Райком мөхәрририәткә гәзитте аҙнаһына ике тапҡыр сығарып барырға ҡуша. Уның мөхәррире итеп Х. Ғөбәйҙуллин тәғәйенләнә. Куйсков, Качков, Ксилов, Мәсәғүтовтар мөхәрририәт ағзалары була. Колхозсылар союзы тәүге айҙарҙа уҡ гәзиткә матди яҡтан ярҙам күрһәтә, яҙыу ҡараһы, ҡағыҙ кеүек кәрәкле әйберҙәр менән тәьмин итә. Гәзиттә ауыл хужалығы эшмәкәрлеге, сәйәси мәҡәләләр донъя күрә башлай.
1932 йылдың 22 декабрендә гәзитте ике телдә – рус һәм башҡорт – сығарырға ҡарар ҡабул ителә.
Читайте нас