Мораҙым
+31 °С
Ясно
ЙӘМҒИӘТ
11 Января 2021, 11:36

Ғәзиз - уңғандар төбәге

Иртөбәк йылғаһы буйында ултырған Ғәзиз ауылы Бөйөк Ватан һуғышы тамамланған йылда барлыҡҡа килгән. Ул туҡһан нисәнсе йылдарға тиклем Заготскот базаһы ҡасабаһы була. Ҡарттар һөйләүенсә, ауыл эргәһендә Иртөбәктән башҡа тағы ла бер йылға аҡҡан. Шул йылға буйына Ғәзиз исемле бер уҙаман йылҡы өйөрө менән йәйләүгә сығыр булған. Тора-бара йылға исеме лә Ғәзиз булып китә. Ул һыу урынында йырынты ғына ҡала, уны Бүре соҡоро тип йөрөтәләр. Хәҙер ул ер күмелгән, унан юл үтә. Ауыл халҡының үтенесе буйынса ауылға Ғәзиз исеме бирелә. Үткән быуаттың алтмышынсы йылдарында унда 108 кеше йәшәгән. Хәҙер 31 йортта 83 кеше йәшәй. Электр, телефон күптән бар. Ауыл осондағы ағаслыҡтан күренгән йорт башланғыс мәктәп булған. 2012 йылда ул ябыла. Ғәзиздән район үҙәгенә тиклем 14 саҡрым булһа, ауыл Советы биләмәһенә – 8. Оло йәштәгеләр һаны - 80, балалар - 23 кеше. Был күрһәткес – рәсми теркәлеү буйынса. Бында матур ғаиләләр йәшәй. Һәр кемеһе үҙ көнөн үҙе күреп, кәртә тултырып мал-тыуар үрсетеп, мул итеп баҡсаһын үҫтереп, ҡош-ҡортон аҫрап, тыныс ҡына йәшәй бирә. Хөкүмәт эше булмағанға әллә ни зарланмайҙар ҙа. Ирҙәрҙең күбеһе Мәскәү, себер яҡтарында эшләй, шәхси хужалыҡтары иҫәбенә донъя нығытыусылар ҙа байтаҡ. Күпселек ҡатын-ҡыҙҙар иһә йорт усағын һаҡлап, балалар ҡарап өйҙә ултыра, ҡул эштәре менән булһа ла, килем табырға тырыша.

Иртөбәк йылғаһы буйында ултырған Ғәзиз ауылы Бөйөк Ватан һуғышы тамамланған йылда барлыҡҡа килгән. Ул туҡһан нисәнсе йылдарға тиклем Заготскот базаһы ҡасабаһы була. Ҡарттар һөйләүенсә, ауыл эргәһендә Иртөбәктән башҡа тағы ла бер йылға аҡҡан. Шул йылға буйына Ғәзиз исемле бер уҙаман йылҡы өйөрө менән йәйләүгә сығыр булған. Тора-бара йылға исеме лә Ғәзиз булып китә. Ул һыу урынында йырынты ғына ҡала, уны Бүре соҡоро тип йөрөтәләр. Хәҙер ул ер күмелгән, унан юл үтә.
Ауыл халҡының үтенесе буйынса ауылға Ғәзиз исеме бирелә. Үткән быуаттың алтмышынсы йылдарында унда 108 кеше йәшәгән. Хәҙер 31 йортта 83 кеше йәшәй. Электр, телефон күптән бар. Ауыл осондағы ағаслыҡтан күренгән йорт башланғыс мәктәп булған. 2012 йылда ул ябыла.
Ғәзиздән район үҙәгенә тиклем 14 саҡрым булһа, ауыл Советы биләмәһенә – 8. Оло йәштәгеләр һаны - 80, балалар - 23 кеше. Был күрһәткес – рәсми теркәлеү буйынса.
Бында матур ғаиләләр йәшәй. Һәр кемеһе үҙ көнөн үҙе күреп, кәртә тултырып мал-тыуар үрсетеп, мул итеп баҡсаһын үҫтереп, ҡош-ҡортон аҫрап, тыныс ҡына йәшәй бирә. Хөкүмәт эше булмағанға әллә ни зарланмайҙар ҙа. Ирҙәрҙең күбеһе Мәскәү, себер яҡтарында эшләй, шәхси хужалыҡтары иҫәбенә донъя нығытыусылар ҙа байтаҡ. Күпселек ҡатын-ҡыҙҙар иһә йорт усағын һаҡлап, балалар ҡарап өйҙә ултыра, ҡул эштәре менән булһа ла, килем табырға тырыша.
Читайте нас