Мораҙым
+29 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
31 Декабрь 2020, 21:00

“Онотолмай яу йылдары...”

Һанаулы ғына ҡалған ветерандарҙың береһе – Мораҡ ауылында йәшәүсе Нәбиулла Хәкимов март айында үҙенең 98 йәшен билдәләне.

Һанаулы ғына ҡалған ветерандарҙың береһе – Мораҡ ауылында йәшәүсе Нәбиулла Хәкимов март айында үҙенең 98 йәшен билдәләне.
Һуғышҡа ул 1942 йылдың октябрь айында алына. Әлкә, аҙаҡ Тоцк хәрби лагерҙарында ныҡлы әҙерлек үткәс, 90-сы гвардия дивизияһына оҙатыла.
Пехота-уҡсылар батальоны составында Курск дуғаһы, Харьков йүнәлешендәге хәл иткес алыштарҙа, Украинаның Алексеевка, Прохоровка, Иҫке һәм Яңы Оскол ауылдарын, Обоянь ҡалаларын дошмандан азат итеүҙә ҡатнаша.
- Харьков эргәһендәге Алексеевка ауылын азат иткәндә генә лә бихисап кеше ҡырылды. Бер аҙым да артҡа сигенмәҫкә тигән приказ булды. Беҙҙән алда штраф батальоны барған икән. Әгәр ҙә сигенә ҡалһалар, уларҙы йәлләмәй атырға ҡуштылар. Ул меҫкендәрҙе һалдат тип әйтеүе лә ҡыйын, аяҡтарында сабата, астар, һыуһағандар, төрлө милләт вәкилдәре үҙ телендә эсергә һыу һорай.
Прохоровканы алғаныбыҙ ҙа һаман күҙ алдымда тора. Бер генә урамлы, төҙөк, матур ауыл ине ул. Аяҡ өҫтө торор әмәл юҡ, өҫтән ямғыр һымаҡ шрапнель яуа, аҫта пулемет ут сәсә. Батальондан бары тик 118 кеше генә ҡалған тинеләр. Курск дуғаһында күптәр мәңгелеккә ятып ҡалды. Уға яҡын бер шарап заводы булған икән. Шунда ҡайһы берәүҙәр араҡы эсеп һуҡырайҙы. Баҡтиһәң, немецтар араҡы мискәләренә ағыу ырғытып киткән. Фронтта 100-әр грамм спирт бирә торғайнылар. Бер ҡасан да уны эсмәнем, гел генә Архипов фамилиялы ҡарт һалдатҡа бирҙем.
Яу яланында 2-3 мәртәбә партияға инергә өгөтләнеләр, динемде ташламаҫ өсөн риза булманым, - ти күкрәген II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, Жуков миҙалы һәм башҡа наградалар биҙәгән ветеран.
Уның яу юлы 1943 йыл аҙағында өҙөлә. Алһыҙ-ялһыҙ, ҡот осҡос ауыр шарттарҙа йөрөгәндә аяҡтары иҙелеп, боҙола һәм атлай ҙа алмаҫ хәлгә килә. Тәүҙә Белая Церковь, аҙаҡ Тамбов ҡалалары госпиталдәрендә дауалап, бер аҙ йүнгә килтергәс, уны артабанғы хеҙмәткә яраҡһыҙ, тип тыуған яғына ҡайтарып ебәрәләр.
Мораҡҡа әйләнеп ҡайтҡандан һуң, ауыр хәлдә булыуына ҡарамаҫтан, колхоз эшенә егелә һәм һуғыштан һуңғы емерек донъяны аяҡҡа баҫтырыуға ҙур көс һала...
Читайте нас