Эксперттар 2020 йылды иҡтисади ҡатмарлыҡтар, юғалтыуҙар осоро тип нарыҡлаһа ла, Башҡортостан пандемия шарттарын лайыҡлы үтеп килә. Ыңғай күрһәткестәр ҙә бар. Мәҫәлән, быйыл республикаға йәлеп ителгән инвестиция күләме 350 миллиард һумға етергә тейеш. Милли проекттар ҙа уңышлы тормошҡа ашырыла, уның сиктәрендә республикала обьекттар төҙөүгә федераль бюджеттан 31 миллиард һум аҡса бүленгән. Тағы ла бер мөһим күренеш – «Алға» махсус иҡтисади зонаһын булдырыу. Алты компания резидент исемен алған да инде. Радий Хәбиров министрлыҡтарға пандемия мәлендә бизнесҡа ярҙам алымдары, иҡтисади үҫеш өсөн рәхмәт белдереп, яңы йүнәлештәрҙе барларға ҡушты.