Хөрмәтле күгәрсенлеләр һәм ҡунаҡтар!
Һеҙҙе Яңы 2021 йыл менән ихлас ҡотлайым!
Шатлыҡ-ҡыуаныстар менән тулы был байрамды барыһа ла ярата, сөнки ул яҡты өмөт-хыялдар менән бәйле.
Уҙған йыл барыбыҙ өсөн дә бик еңелдән булманы. Март айынан башлап беҙ коронавирус инфекцияһы таралмаһын өсөн бар көсөбөҙҙө һалдыҡ. Шулай ҙа 2020 йыл беҙҙең күңелдәрҙә тик яҡшы хәтирәләр, сағыу ваҡиғалар менән иҫтә ҡаласаҡ. Иң мөһиме - күңелдәге көслө рухты, үҙ көсөңә ышанысты һаҡлап ҡалырға, тырышып эшләргә тигән теләкте һүндермәҫкә кәрәк. Яңы йыл һәр йортҡа уңыш, именлек, шатлыҡ-ҡыуаныстар тулы бәхетле көндәр алып килһен!
Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, бәхет һәм мөхәббәт, байрам кәйефе теләйем! Яңы йыл менән!
Ғайса ЯНБАЕВ, район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы.