Мораҙым
+10 °С
Ясно
ЙӘМҒИӘТ
26 Декабря 2020, 08:47

“Транснефть-Урал” Күтәрем ауылындағы музыка мәктәбенә музыка уйын ҡоралдары алырға ярҙам итте

“Транснефть-Урал” акционерҙар йәмғиәте Күтәрем ауылындағы музыка мәктәбенә музыка уйын ҡоралдары алырға ярҙам итте. Күтәрем урта мәктәбе базаһында асылған уҡыу йортона пианино, баян һәм ике гитара һатып алынды. Яңы уйын ҡоралдары алыу уҡытыусылар һәм балалар өсөн яңы горизонттар асты. Пианино булыу сольфеджио дәрестәрен үткәрергә генә булышлыҡ итмәй, ә 2021 йылдың ғинуарынан фортепианола шөғөлләнә башлар өсөн әҙерлек төркөмөн йыйырға мөмкинлек бирә. Уйын ҡоралдарын алғанда уыу йортоноң үҙенсәләге лә иҫәпкә алынды. Мәҫәлән, яңы баян йәш музыканттар өсөн тәғәйенләнгән: мөмкинлектәре буйынса ул өлкән башҡарыусыларға лә тап килә, әммә унда беренсе класс балалары ла уйнарға өйрәнә ала. Мәктәптә балалар һаны ла артып китә: музыка мәктәбенә тиҫтәләгән бала яҙыла. “Транснефть-Урал” йәмғиәте Күтәрем урта мәктәбенә тәүге тапҡыр ғына ярҙам итмәй. Компанияның белем биреү үҫешенә йүнәлтелгән корпоратив программаһы сиктәрендә быға тиклем мәктәптең химия, физика, математика һәм информатика кластары яңы лаборатор ҡорамалдар һәм мебель менән йыһазландырылды.

Добавить в предпочтительные источники Google
“Транснефть-Урал” акционерҙар йәмғиәте Күтәрем ауылындағы музыка мәктәбенә музыка уйын ҡоралдары алырға ярҙам итте. Күтәрем урта мәктәбе базаһында асылған уҡыу йортона пианино, баян һәм ике гитара һатып алынды.
Яңы уйын ҡоралдары алыу уҡытыусылар һәм балалар өсөн яңы горизонттар асты. Пианино булыу сольфеджио дәрестәрен үткәрергә генә булышлыҡ итмәй, ә 2021 йылдың ғинуарынан фортепианола шөғөлләнә башлар өсөн әҙерлек төркөмөн йыйырға мөмкинлек бирә. Уйын ҡоралдарын алғанда уыу йортоноң үҙенсәләге лә иҫәпкә алынды. Мәҫәлән, яңы баян йәш музыканттар өсөн тәғәйенләнгән: мөмкинлектәре буйынса ул өлкән башҡарыусыларға лә тап килә, әммә унда беренсе класс балалары ла уйнарға өйрәнә ала. Мәктәптә балалар һаны ла артып китә: музыка мәктәбенә тиҫтәләгән бала яҙыла.
“Транснефть-Урал” йәмғиәте Күтәрем урта мәктәбенә тәүге тапҡыр ғына ярҙам итмәй. Компанияның белем биреү үҫешенә йүнәлтелгән корпоратив программаһы сиктәрендә быға тиклем мәктәптең химия, физика, математика һәм информатика кластары яңы лаборатор ҡорамалдар һәм мебель менән йыһазландырылды.
Читайте нас