Аҙнағол ауылы бәләкәй булғанғамы, халыҡ та ихлас, алсаҡ унда. Уңған, егәрле апай-еңгәләргә, оҫта ҡуллы ир-уҙамандарға ла бай ул төбәк. Төпкөл генә ауылда ла ҡаласа итеп матур донъя нығытҡан эшһөйәр ғаиләләр күп. Шундайҙарҙың береһе - Лилиә менән Урал Сәлиховтар. 33 йыл татыулыҡта-хөрмәттә ғүмер иткән, бер-береһен ярты һүҙҙән, ҡараш-ымдан аңларға өйрәнгән өлгөлө ғаиләгә һоҡланмаған кеше юҡтыр. Өс ир балаға ғүмер һәм матур тәрбиә лә биргән улар.
" Урал ағай менән Лилиә еңгә йыр -бейеүгә лә әүәҫтәр. Ауылда үткәргән бөтә мәҙәни сарала ҡатнашырға ла өлгөрәләр. Лилиә апай 35 йыл уҡытыусы булып эшләне, әле лә тик ятмай Воскресенск ауылында уҡытып йөрөй. Ғаилә башлығы Урал Ишбулат улы ла бик тырыш. Ҡулынан килмәгән эше юҡ. Тракторҙа ла йөрөй, бесәнен дә эшләй, ҡура тултырып мал да аҫрайҙар, ҡош-ҡорт та көтәләр, баҡса ла үҫтерәләр. Бер һүҙ менән әйткәндә ут сәсрәтеп, гөрләтеп донъя көтәләр" -ти ауылдаштары Сәлиховтар хаҡында.