Мораҙым
+11 °С
Дождь
ЙӘМҒИӘТ
21 Декабря 2020, 14:12

БАЛА ХАҠЫ

Күкрәк һөтөн биреп, бала һөйөүХоҙай насип иткән ҙур бүләк.Бәхет теләп, күҙ нурылай һаҡлап,Йәнең фиҙа ҡылыу бар теләк.Изгелектәр теләп ы(сын) күңелдәнМин Тәңремә төбәп ялбарам.Бәлә- ҡазаларҙан һаҡла тиеп,Иҫән генә булһын һәр баламҠулдан килеп, хәлем еткән тиклем,Яңғыҙ итмәм һеҙҙе, ташламам.Яҙмыш елдәренән ҡурсаларғаИң әүәле үҙем ташланамДауылдарҙа һеҙҙе ышыҡларғаҠалҡып сығармын мин тау булып.Йоҡоғоҙҙо һаҡлап таң атҡансыБалҡырмын мин яҡты нур һибеп.Юлдарығыҙ бик тә урау булһа,Тура юлдар һеҙгә табырмын.Сасҡау эҫеләрҙә һыуһағандаШишмә булып үҙем ағырмын.Ҡараңғы төн быуһа юлығыҙҙыСулпан йондоҙ булып балҡырмын.Өҙөлөп тә китһә юлдарығыҙЙәйғор - күпер булып ятырмын.Өҙөлмәһен өсөн тамырығыҙҮҫкән йорттан, тыуған тупраҡтан.Изге теләктәрем күңелегеҙҙеҺуғарырҙар хатта йыраҡтан.Әсә теләктәре ҡабул була,Тәңре хаҡы менән бер бит ул.Балаларға арнап бар ғүмерен.Йөрәгенән һибә изге нур.Р. Ибраһимова

Күкрәк һөтөн биреп, бала һөйөү
Хоҙай насип иткән ҙур бүләк.
Бәхет теләп, күҙ нурылай һаҡлап,
Йәнең фиҙа ҡылыу бар теләк.

Изгелектәр теләп ы(сын) күңелдән
Мин Тәңремә төбәп ялбарам.
Бәлә- ҡазаларҙан һаҡла тиеп,
Иҫән генә булһын һәр балам

Ҡулдан килеп, хәлем еткән тиклем,
Яңғыҙ итмәм һеҙҙе, ташламам.
Яҙмыш елдәренән ҡурсаларға
Иң әүәле үҙем ташланам

Дауылдарҙа һеҙҙе ышыҡларға
Ҡалҡып сығармын мин тау булып.
Йоҡоғоҙҙо һаҡлап таң атҡансы
Балҡырмын мин яҡты нур һибеп.

Юлдарығыҙ бик тә урау булһа,
Тура юлдар һеҙгә табырмын.
Сасҡау эҫеләрҙә һыуһағанда
Шишмә булып үҙем ағырмын.

Ҡараңғы төн быуһа юлығыҙҙы
Сулпан йондоҙ булып балҡырмын.
Өҙөлөп тә китһә юлдарығыҙ
Йәйғор - күпер булып ятырмын.

Өҙөлмәһен өсөн тамырығыҙ
Үҫкән йорттан, тыуған тупраҡтан.
Изге теләктәрем күңелегеҙҙе
Һуғарырҙар хатта йыраҡтан.

Әсә теләктәре ҡабул була,
Тәңре хаҡы менән бер бит ул.
Балаларға арнап бар ғүмерен.
Йөрәгенән һибә изге нур.
Р. Ибраһимова
Читайте нас