Мораҙым
+16 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
19 Декабря 2020, 11:49

Ултырыш булды

Кисә бишенсе саҡырылыш район Советының 3-сө ултырышы уҙғарылды. Иң төп мәсьәлә итеп райондың 9 айҙағы үҫеше йомғаҡтары, 2021 йылда көтөләсәк күрһәткестәр, алдағы йылдарға күҙҙаллауҙар алынды. Депутаттар киләһе йылға һәм 2022, 2023 йылдарҙың план осорона район бюджеты тураһында фекер алышты. Көн ҡаҙағына шулай уҡ район хакимиәте структураһына һәм район Советы ҡарарҙарына үҙгәрештәр индереү кеүек мәсьәләләр ҙә сығарылды.Улар буйынса тейешле ҡарарҙар ҡабул ителде. Форсаттан файҙаланып, район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Ғайса Янбаев спорт сараларын ойоштороуҙа һәм ирекмәнлек хеҙмәтен күрһәтеүҙә әүҙем эшләгән бер төркөм ауыл биләмәләре башлыҡтарына – Фәниә Ғәлинаға (Санъяп), Юлия Хреноваға (Исем), Наил Ибраһимовҡа (Ишбирҙе), Илдар Мәсәғүтовҡа (Заречье), Рөстәм Бикбулатовҡа (Волостновка), Риф Байғүбәковҡа (Нуҡай); сараларҙы әүҙем яҡтыртҡан район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге баш белгесе Рөстәм Сәйетбатталовҡа, спорт сараларын үткәрергә һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙған “Иртөбәк агрофирмаһы” йәмғиәте директоры Олег Николаев менән “Тәүәкән” йәмғиәте етәксеһе Урал Ибраһимовҡа БР Спорт һәм йәштәр сәйәсәте министрлығының рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

Кисә бишенсе саҡырылыш район Советының 3-сө ултырышы уҙғарылды.
Иң төп мәсьәлә итеп райондың 9 айҙағы үҫеше йомғаҡтары, 2021 йылда көтөләсәк күрһәткестәр, алдағы йылдарға күҙҙаллауҙар алынды. Депутаттар киләһе йылға һәм 2022, 2023 йылдарҙың план осорона район бюджеты тураһында фекер алышты. Көн ҡаҙағына шулай уҡ район хакимиәте структураһына һәм район Советы ҡарарҙарына үҙгәрештәр индереү кеүек мәсьәләләр ҙә сығарылды.Улар буйынса тейешле ҡарарҙар ҡабул ителде.
Форсаттан файҙаланып, район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Ғайса Янбаев спорт сараларын ойоштороуҙа һәм ирекмәнлек хеҙмәтен күрһәтеүҙә әүҙем эшләгән бер төркөм ауыл биләмәләре башлыҡтарына – Фәниә Ғәлинаға (Санъяп), Юлия Хреноваға (Исем), Наил Ибраһимовҡа (Ишбирҙе), Илдар Мәсәғүтовҡа (Заречье), Рөстәм Бикбулатовҡа (Волостновка), Риф Байғүбәковҡа (Нуҡай); сараларҙы әүҙем яҡтыртҡан район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге баш белгесе Рөстәм Сәйетбатталовҡа, спорт сараларын үткәрергә һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙған “Иртөбәк агрофирмаһы” йәмғиәте директоры Олег Николаев менән “Тәүәкән” йәмғиәте етәксеһе Урал Ибраһимовҡа БР Спорт һәм йәштәр сәйәсәте министрлығының рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Читайте нас