Шәхес милләтте, милләт шәхесте күтәрә, тиҙәр. Оло Эйек буйында халҡыбыҙ ғорурланып телгә алырлыҡ байтаҡ шәхестәр тыуған. Шуларҙың береһе – Сәйетҡол ауылында тыуып үҫкән билдәле тел ғалимы, профессор, филология фәндәре докторы, БР Фәндәр академияһының мөхбир-ағзаһы, БР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре, РФ маҡтаулы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре, бихисап дәреслектәр, ғилми хеҙмәттәр авторы Ғәли Ғәли улы Сәйетбатталов. Бөгөн уға, иҫән булһа, 92 йәш тулған булыр ине...
Үтә кешелекле, юғары мәҙәниәтле, йор һүҙле, мәрәкәсел кеше булды ул. Бөгөн илебеҙҙең төрлө тарафтарында, шул иҫәптән районыбыҙҙың төрлө тармаҡтарында эшләүсе меңәрләгән студенттары уның дәрестәрен һаман да һағынып иҫкә алалыр... Тел буйынса ғына мәғлүмәт бирмәне ул, яңы тормошҡа аяҡ баҫыусы егет-ҡыҙҙарға ысын мәғәнәһендә тормош һабаҡтарын да һеңдерергә тырышты. “Ҡыҙҙар, студент егеттәрҙе һанға һуҡмай маташмағыҙ. Әтеү ауылға эшкә ҡайтҡас, трактористҡа кейәүгә сығып, майлы фуфайка йыуып йонсорһоғоҙ”, тип шаяртҡандары, “Кейәүгә сыҡҡас, ҡәйнәгеҙгә ҡайтҡанда иртәнсәк тороп һыйыр һауығыҙ, бер көн йоҡоғоҙ туймағандан үлмәҫһегеҙ, уның ҡарауы шәп килен тип данығыҙ сығыр” тип мәрәкәләү ҡатыш тормош нескәлектәренә өйрәтеүҙәре һаман да күҙ алдында. Хатта башҡа уҡытыусыларҙың дәрестәренә илке-һалҡы ғына йөрөүсе студенттар ҙа уның үҙенә генә хас мәҙәктәр, тормош сәхифәләре менән байытылған мауыҡтырғыс лекцияларын ҡалдырмайҙар ине. Бер нисә быуын шәкерттәре юҡҡа ғына уны "студенттарҙың атаһы" тип йөрөтмәгәндер - ата-әсә ҡосағынан яңы айырылып үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫҡан ауыл егеттәре-ҡыҙҙарын атайҙарса хәстәрләүе, уларға терәк-кәңәшсе булырға тырышты ул.
Ул үҙенең берҙән-беренә - һөйөклө ҡатыны Суфия Носрат ҡыҙына оло ихтирам менән ҡараны, уны яратыуын йәшермәне. "Күгәрсен районының иң матур ҡыҙына өйләндем", - тигән шаяртыу ҡатыш һүҙҙәрендә бер аҙ ғорурлыҡ тойғолары сағыла торғайны.