Беҙҙең район өсөн иҫтәлекле байрамдарға, юбилейҙарға бай йыл тамамланып килгәндә, республика ғына түгел, ил кимәлендә һикһән йылға яҡын стажлы һунарсы, ысын мәғариф алдынғыһы булараҡ танылған хөрмәтле яҡташыбыҙ – Ғарифулла Сәлих улы Аллағужинды оло хөрмәт менән телгә алып үтке килә.
Ул Ибраһим (халыҡ телендә Өмөтбай) ауылында ябай ғаиләлә тыуған. Атаһына эйәреп, бәләкәстән һунарсылыҡ менән мауығып үҫә. Улай ғына түгел, бүре менән алышҡан атаһына ярҙамға килә һәм батырлығы өсөн ғәзиз кешеһенең ҡулдарынан бүләккә мылтыҡ алып ҡыуана. Был ваҡытта уға ни бары дүрт йәш була! 14 йәшендә ҡарт бүре ауыҙынан быҙауҙы ҡотҡарғас, Ғарифулланың районда шәп һунарсы даны тарала. Был өлкәлә рәсми рәүештә теркәлеп, үҙенә йөкмәтелгән бурыстарҙы намыҫ менән атҡара, аҙыҡ-түлеккә ҡытлыҡ осоронда туғандарын да ас ултыртмай.
Ватан алдындағы изге бурысын элиталы ғәскәрҙә үтәп ҡайтҡас, колхоз эшенә сума. 1960 йылда ферма мөдире булып ҡалғас, тыуған төбәге, халҡы мәнфәғәтенә йәнен аямайса тырыша. Төплө аҡыллы, ҡорос рухлы, белемгә ынтылышлы икәнлеген күреп ҡалып, район етәкселеге уға БДУ-ның биология факультетына путевка тоттора. Әммә ныҡышмал егет үҙ белеме менән инергә теләк белдереп, Бөрө дәүләт педагогия институтының биология һәм хужалыҡ производствоһы нигеҙҙәре факультетына документтарын тапшыра. Сессиянан һуң бөтә институт төпкөл ауылдан килгән ябай башҡорт егетенең комиссия ағзаларын тәрән белеме менән хайран итеүе хаҡында яңылыҡтан геүләп тора.
Студент ваҡытта уҡ йәнлек тиреләрен эшкәртеү буйынса лаборатория эштәрен етәкләй. Диплом алғас, уны үҙе практика үткән Ейәнсура районының Абзан урта мәктәбенә завуч итеп ҡуялар. Таһыллығын, өлгөрлөгөн күреп, иңдәренә РОНО инспекторы вазифаһын йөкмәтәләр. Квалификация күтәреү курстарында Аллағужинға ВДНХ-ла сығыш яһау бәхете тейә. 1972 йылда хаҡлы рәүештә “РСФСР-ҙың Халыҡ мәғарифы отличнигы” билдәһе менән бүләкләнә.
Ғүмер баҡый мәғариф һәм һунарсылыҡ эшен бергә үреп бара. Рәсәй фән академияһының, аҙаҡ республиканың һунарсылар һәм балыҡсылар йәмғиәтенең почетлы ағзаһы булараҡ, үҙен һәр яҡлап һәләтле итеп күрһәтә. Олпат йәшендә лә үҙе төйәк иткән Бирск районының әүҙем йәмәғәтсеһе, абруйлы кешеһе була.
Әммә ниндәй тере йән үҙенең сәңгелдәген – тыуған төбәген онотһон инде? Атаҡлы һунарсы ла Өмөтбайын һағынып, үҙен сағыу шәхес итеп яралтҡан йән төбәгендә мәсет төҙөргә хыяллана. Бәхеткә күрә, изге ниәтен хуплап күтәреп алыусы яҡташтары, ауылдаштары байтаҡ була һәм, 2015 йылда, ниһайәт, иман йорто асыла.
Ҡыйыулығы, төплө белемле, киң даирәле булыуы менән ҡасандыр үҙен уҡытҡан профессорҙар, артабан күренекле фән эшмәкәрҙәрен дә хайран иткән, йәмғиәттә ҙур абруй ҡаҙанған, йыш ҡына төп шөғөлө менән телевидение журналистары өсөн “бәхәс алмаһы” ролен уйнаған үҙенсәлекле шәхес, хөрмәтле яҡташыбыҙ – Ғарифулла Аллағужиндың баҡыйлыҡҡа күсеүенә ике йылдан артыҡ ваҡыт үтте. Әммә халыҡ үҙенең данлы улын онотмаҫ, сөнки һәләтле кешеләрҙән яҡты эҙ ҡала. Ә ул эҙҙе ташҡын һыуҙар ҙа, йылдар ҙа юя алмай.
Һәләтле һунарсы тураһында тулыраҡ мәғлүмәт Ибраһим ауылы клубы мөдире Фәниә Нарбикованың күләмле яҙмаһында баҫманың 60-сы һанында донъя күрҙе.