“Етегән” башҡорт байрамы сиктәрендә үткән, быуындан-быуынға тапшырыла килгән ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға, ғаилә институтын үҫтереүгә йүнәлтелгән “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе - 2021” республика конкурсының зональ этабына йомғаҡ яһалды. Илдә килеп тыуған хәл арҡаһында ул, әлбиттә, онлайн шарттарҙа уҙҙы. Ойоштороусылар әйтеүенсә, конкурста Сибай, Межгорье ҡалаларынан, Әбйәлил, Баймаҡ, Ейәнсура, Күгәрсен, Учалы районыдарынан, Силәбе өлкәһенең Ҡонашаҡ райондарында йәшәүселәр ҡатнашырға теләк белдергән.
“Ғаилә ҡимәттәре” номинацияһында гран-приға Сибай ҡалаһынан Йәнбәковтар ғаиләһе лайыҡ булһа, “Ғаилә ижады” номинацияһында беҙҙең райондың иң һәләтле ғаиләләренең береһе – Илүзә һәм Илгиз Ниғәмәтуллиндар 2-се урынды алды. Еңеүселәргә Күгәрсен район хакимиәтенең дипломдары тапшырылды.
Үҙҙәренең таланттары менән район ғына түгел, республика сәнғәте күгенә сағыу йондоҙ булып балҡыған Ниғәмәтуллиндарҙы ихлас ҡотлайбыҙ һәм ижади уңыштар, ғаилә бәхете теләйбеҙ!