Көндәр һыуытып, йылытыу миҙгеле башланһа, торлаҡ йорттарҙа янғын сығыу осраҡтары арта. Сәбәптәренә килгәндә инде ут күберәк электр һәм йылытыу ҡорамалдарының төҙөк булмауы йәки эскән кешеләрҙең ут менән һаҡһыҙ ҡыланыуы арҡаһында килеп сыға.
Кисә, 15 декабрҙә, Волостновка ауылында янғын сыға, торлаҡ йорт янып китә. Утта 1965-се йылғы ҡатын-ҡыҙ һәләк була.
Янғын юҡтан ғына сыҡмай, күп осраҡта кешенең вайымһыҙлығы, ябай ғына ҡағиҙәләрҙе тотмауы бәләгә, ә иң ҡыҙғанысы - фажиғәғә алып килә. Шуға күрә, ябай ғына хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен тотайыҡ, йорт-мөлкәтебеҙҙе, үҙебеҙҙе һәм яҡындарыбыҙҙы бәлә-ҡазанан һаҡлайыҡ!