Мораҙым
+16 °С
Ясно
ЙӘМҒИӘТ
13 Декабря 2020, 09:25

Фатир асҡыстары тапшырылды

Фәнүр Киленбаев, Михаил Ткаченко, Алена Шәрәфетдинова, Венир Теләғолов, Гөлзифа Кинйәбаева өсөн уҙған йома ысын мәғәнәһендә иң бәхетле көндәрҙең береһе булғандыр. Ата-әсә тәрбиәһенән мәхрүм балалар һәм физик мөмкинлектәре сикләнгән граждандар категорияһына ҡараған, үҙ мөйөшөнә сират көткән егет-ҡыҙҙар был көндә район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡырыусы Ғайса Янбаевтың ҡулынан фатир асҡыстары алып ҡыуанды.Ата-әсә тәрбиәһенән мәхрүм балаларға, физик мөмкинлектәре сикләнгән граждандарға дәүләт тарафынан ярҙам күрһәтелә. Был юлы районда “Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм булған балаларҙы социаль яҡлау буйынса өҫтәмә гарантиялар тураһында”ғы һәм “Инвалидтарҙы социаль яҡлау тураһында”ғы федераль программалар нигеҙендә ун кеше йортло булды.

Фәнүр Киленбаев, Михаил Ткаченко, Алена Шәрәфетдинова, Венир Теләғолов, Гөлзифа Кинйәбаева өсөн уҙған йома ысын мәғәнәһендә иң бәхетле көндәрҙең береһе булғандыр. Ата-әсә тәрбиәһенән мәхрүм балалар һәм физик мөмкинлектәре сикләнгән граждандар категорияһына ҡараған, үҙ мөйөшөнә сират көткән егет-ҡыҙҙар был көндә район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡырыусы Ғайса Янбаевтың ҡулынан фатир асҡыстары алып ҡыуанды.
Ата-әсә тәрбиәһенән мәхрүм балаларға, физик мөмкинлектәре сикләнгән граждандарға дәүләт тарафынан ярҙам күрһәтелә. Был юлы районда “Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм булған балаларҙы социаль яҡлау буйынса өҫтәмә гарантиялар тураһында”ғы һәм “Инвалидтарҙы социаль яҡлау тураһында”ғы федераль программалар нигеҙендә ун кеше йортло булды.
Читайте нас