Ике йыл элек кенә ул: “Ҡыҙым, һиңә бүләк”, - тип, тәүге битенә шәхси имзаһы ҡуйылған китабын бүләк иткәйне. “Ҡыҙыл Йондоҙ” һәм ике Дан ордены кавалеры, Бөйөк Ватан һуғышы тарихына һынылыш осоро булып ингән Сталинград алышында Манштейн танк армияһын ҡыйратыуға, Украина, Белоруссия, Литва, Көнсығыш Пруссия ерҙәрен фашизм ҡоллоғонан азат итеүгә үҙ өлөшөн индергән ысын ҡаһарман, Мораҙым ауылының хөрмәтле аҡһаҡалы – Ғаләм Әхмәтғәзиз улы Ҡотлогилдин ҡулынан ҡиммәтле бүләк алғас, ҡыуанысымдың сиге булманы.
“Тормош һуҡмаҡтарындағы аҙымдар” тип аталған китапҡа тиҙ генә күҙ йүгертеп сыҡтым да, эш өҫтәленә һалып ҡуйҙым. Илебеҙ һәм райондың йәнле тарихын ҡағыҙға теркәп, баһалап бөткөһөҙ ҙур хеҙмәт башҡарыуына (мина ярсыҡтарын йөрөткән насар ғына күҙҙәре менән!) хайран ҡалыуым тураһында бер шылтыратып фекеремде еткерермен әле, тип уйланым. Олпат юбилейы - 95-нә ҡарай ғорур атлаған, аҡыл-зиһен ҡеүәһе, шәп хәтере, дәрт-ялҡынлы йөрәге менән йәштәргә биргеһеҙ яугирҙы ҡапыл ғына баҡыйлыҡҡа күсер, тип башыма ла инеп сыҡмаған, күрәһең... Редакциялағы был күрешеүҙән һуң ветеран менән осрашырға насип булманы.
Хәҙер килеп йөрәкте үкенес тойғоһо өтә. Баҫмабыҙҙың тоғро дуҫы, кеселекле, киң даирәле, ҡыйыу ҡарашлы Ғаләм олатай һағындыра, ныҡ һағындыра... Ирекһеҙҙән, тап Ватан ҡаһармандары көнө билдәләнер алдынан ғына, ветерандың ҡиммәтле бүләген йәнә ҡулыма алдым. Күҙ йүгертеп кенә түгел, тәмләп, матурлап, күп урындарында бер аҙ тетрәнеп уҡып сыҡтым. Ысынлап та, тере ҡомартҡы, йәнле йылъяҙма ул!
Хөрмәтле Ғаләм Әхмәтғәзиз улына ҡарата тәрән ихтирам йөҙөнән яһалған “Тормош һуҡмаҡтарындағы аҙымдар” китабына байҡау баҫмабыҙҙың киләһе һандарында донъя күрәсәк.