Мораҙым
+24 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
9 Декабря 2020, 12:29

Һәр кешегә көслө терәк кәрәк

Һәр кешегә көслө терәк кәрәк, Ауыр саҡта башын һалырҙай... Һине яҡын итеп, түҙем бул, тип, Күҙ йәштәрен һөртөп алырҙай... Һәр кешегә матур ғаилә кәрәк, Мөхәббәте - тормош иптәше... Тигеҙлектә, икәү бергә атлап, Бергә матур ғүмер итәһе... Ҡатын-ҡыҙға - "Әсәй" һүҙе кәрәк, Бала наҙы, бала бәхете... Ир-затына - "Атай" һүҙе кәрәк, Дауамсыһы... Ата хөрмәте... Һәр кешегә сәләмәтлек кәрәк, - Әллә унһыҙ йәшәү тойорһоң? Тораһы, бар... Таҙа булһаң ғына, Күрерһең һин бәхет ояһын. Һәр балаға "әсәй" һүҙе кәрәк, "Атай" һүҙе, ғаилә ҡосағы... Йәшәһендәр ине мәңге-мәңге - Янһын мәңге тормош усағы! Һәр кешегә тыуған нигеҙ кәрәк, Баласаҡтың һүнмәҫ ялҡыны... Ундай мөйөш ҡайҙан табырһың һин, Тыуған йорт бит - иң-иң яҡыны... Һәр кешегә йылы ҡараш кәрәк, Йылы бер һүҙ етә ҡай ваҡыт... Йөрәктәре иреп-иреп китә, Ҡатҡан бәғерҙәрен ҡуҙғатып... Беҙ тигәнсә, бәлки, була алмаҫ та, Ҡыҙғанмаһын Хоҙай өлөшөн. Шундай уйҙар менән атлай-атлай, Үҙ өйөмә ҡайтып килеүем... Гөлиә Ғилманова.

Һәр кешегә көслө терәк кәрәк,
Ауыр саҡта башын һалырҙай...
Һине яҡын итеп, түҙем бул, тип,
Күҙ йәштәрен һөртөп алырҙай...

Һәр кешегә матур ғаилә кәрәк,
Мөхәббәте - тормош иптәше...
Тигеҙлектә, икәү бергә атлап,
Бергә матур ғүмер итәһе...

Ҡатын-ҡыҙға - "Әсәй" һүҙе кәрәк,
Бала наҙы, бала бәхете...
Ир-затына - "Атай" һүҙе кәрәк,
Дауамсыһы... Ата хөрмәте...

Һәр кешегә сәләмәтлек кәрәк, -
Әллә унһыҙ йәшәү тойорһоң?
Тораһы, бар... Таҙа булһаң ғына,
Күрерһең һин бәхет ояһын.

Һәр балаға "әсәй" һүҙе кәрәк,
"Атай" һүҙе, ғаилә ҡосағы...
Йәшәһендәр ине мәңге-мәңге -
Янһын мәңге тормош усағы!

Һәр кешегә тыуған нигеҙ кәрәк,
Баласаҡтың һүнмәҫ ялҡыны...
Ундай мөйөш ҡайҙан табырһың һин,
Тыуған йорт бит - иң-иң яҡыны...

Һәр кешегә йылы ҡараш кәрәк,
Йылы бер һүҙ етә ҡай ваҡыт...
Йөрәктәре иреп-иреп китә,
Ҡатҡан бәғерҙәрен ҡуҙғатып...

Беҙ тигәнсә, бәлки, була алмаҫ та,
Ҡыҙғанмаһын Хоҙай өлөшөн.
Шундай уйҙар менән атлай-атлай,
Үҙ өйөмә ҡайтып килеүем...

Гөлиә Ғилманова
Читайте нас