10-11 декабрҙә “Айыҡ ауыл” республика конкурсы сиктәрендә халыҡҡа психотерапевтик, наркологик һәм психологик ярҙам күрһәтеү маҡсатында “Ҡыҙыу линия” эшләй.
Республикала йәшәүселәр психиатр-нарколог һәм психологтарҙан бушлай аноним консультацияны рус һәм башҡорт телендә ала ала.
Теләге булғандарға иртәнге 11-ҙән киске 8-гә тиклем 8-800-7000-183 телефоны буйынса шылтыратып, алкоголизм, наркомания, реабилитация, социализацияға ҡағылышлы һорауҙарға яуап алырға мөмкинлек бар.
Консультацияны БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Республика клиник психотерапия үҙәге, Республика клиник психиатрия дауаханаһы, Стәрлетамаҡ психиатрия дауаханаһы белгестәре үткәрә.
Акцияны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы ойоштора.