Мораҙым
+20 °С
Дождь
ЙӘМҒИӘТ
8 Декабря 2020, 08:19

Яҡтылыҡҡа ынтылған затлы тоҡом

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның барыбыҙ ҙа яратып уҡыған “Кәмһетелгәндәр” романындағы Бибеш образының прототибы кем икәнлеген күптәр белеп тә бөтмәйҙер әле. Ул – әҙибәнең бер туған апаһы Ҡорбанаева Хәлимә Абдулла ҡыҙы. Хәлимә Абдулла ҡыҙы 1900 йылдың 27 декабрендә (1901 йылдың 9 ғинуарында) Күгәрсен районы Туйөмбәт ауылында ( ул ваҡытта ауыл Ырымбур өйәҙенә ҡарай) донъяға килә. Совет хужалығы, дәүләт һәм сәйәсәт эшмәкәре, ВКП (б) ағзаһы, педагог 1949 йылда РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы исеменә лайыҡ була, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары араһында беренселәрҙән булып Ленин ордены менән бүләкләнә. Ул - 1937 йылда Өфөлә беренсе башҡорт мәктәбен ойоштороусыларҙың береһе лә. Хәлимә Ҡорбанаева һеңлеһе Зәйнәбтән 8 йәшкә олораҡ. Улар ғаиләлә биш бала тыуып үҫә. Ата-әсәләре йәшләй вафат була. Бала сағындағы биографиялары ла бер иш. Ул осор балаларҙың тормош юлы әҙибәнең әҫәрҙәрендә лә ентекле һүрәтләнгән. Ауыр тормошта үҫһәләр ҙә, белемгә ынтылыусан була улар.

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның барыбыҙ ҙа яратып уҡыған “Кәмһетелгәндәр” романындағы Бибеш образының прототибы кем икәнлеген күптәр белеп тә бөтмәйҙер әле. Ул – әҙибәнең бер туған апаһы Ҡорбанаева Хәлимә Абдулла ҡыҙы.
Хәлимә Абдулла ҡыҙы 1900 йылдың 27 декабрендә (1901 йылдың 9 ғинуарында) Күгәрсен районы Туйөмбәт ауылында ( ул ваҡытта ауыл Ырымбур өйәҙенә ҡарай) донъяға килә. Совет хужалығы, дәүләт һәм сәйәсәт эшмәкәре, ВКП (б) ағзаһы, педагог 1949 йылда РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы исеменә лайыҡ була, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары араһында беренселәрҙән булып Ленин ордены менән бүләкләнә. Ул - 1937 йылда Өфөлә беренсе башҡорт мәктәбен ойоштороусыларҙың береһе лә.
Хәлимә Ҡорбанаева һеңлеһе Зәйнәбтән 8 йәшкә олораҡ. Улар ғаиләлә биш бала тыуып үҫә. Ата-әсәләре йәшләй вафат була. Бала сағындағы биографиялары ла бер иш. Ул осор балаларҙың тормош юлы әҙибәнең әҫәрҙәрендә лә ентекле һүрәтләнгән.
Ауыр тормошта үҫһәләр ҙә, белемгә ынтылыусан була улар.
Хәлимә Абдулла ҡыҙы 1939 йылда К.А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлай. 1918 йылда Ҡыпсаҡ кантоны, Мораҡ районы мәктәптәрендә хеҙмәт юлын башлай.
1934-1955 йылдарҙа Өфө мәктәптәрендә эшләй. 1937 йылдан башлап 9-сы башҡорт мәктәп-интернатында уҡыта. Ул белем усағы – тәүге башҡорт мәктәбе. Башҡорт мәктәбе асылғансыға тиклем балалар татар мәктәбендә белем алырға мәжбүр була.
Хәлимә Абдулла ҡыҙы - башҡорт теле уҡытыусылары өсөн методик әсбаптар авторы, СССР Юғары Советының 3-сө саҡырылыш депутаты итеп тә һайлана.
Ике балаһы була. Ҡыҙы – медицина фәндәре докторы, БАССР-ҙың атҡаҙанған табибы, БАССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы Ҡорбанаева Флора Шәйхи ҡыҙы.
Улы – Ҡорбанаев Урал Шәйхи улы ла һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә танылған хирург, 1970 йылдан Ангола халыҡ республикаһында эшләй.
Зәйнәб Биишева “Ғүмер – йүгәнһеҙ ат” тигән шиғырын Хәлимә апаһының тормош юлы, ғүмере, яҙмышы хаҡында уйлан минуттарында яҙып ҡалдырған:
Ғүмер – йүгәнһеҙ ат,
Иллене лә,
Алтмышты ла ҡыуып уҙа ул.
Ҡыш та, көҙ ҙә, яҙ ҙа тотҡар түгел,
Упҡындар ҙа уға – түтә юл.
Кем туҡтатыр уны?
Елһен әйҙә,
Айҡап Тыуған илдең ер, күген,
Һуңғы сәғәтте лә юл өҫтөндә
Ҡаршылаһын елеп, тир түгеп.
Хәлимә Абдулла ҡыҙы тураһында Ләлә Бейешева ла матур иҫтәлектәр һаҡлай.
- Хәлимә апай 1934 йылда ғаиләһе менән Өфөгә күсеп килә, Чернышевский урамындағы йортта йәшәгәндәр. Ул ваҡытта башҡорт мәктәптәре булмағанлыҡтан башҡорт балалары татар мәктәбендә уҡый. Хәлимә апай ҙа 17-се татар мәктәбендә уҡытырға мәжбүр була. Ошо осорҙа ул башҡорт мәктәбен асыу хыялы менән яна башлай. Милләттәштәребеҙ менән осрашып, һөйләшеп, балаларҙы үҙ телендә уҡытырға кәрәк, тип бик ҙур агитацион эш алып бара. Шунан инде 1937 йылда башҡорт мәктәбе асыла, Хәлимә апайым шул мәктәпте асыуҙы ойоштороусыларҙың береһе булып тора. Уны егерменсе быуаттың беренсе мәғрифәтсеһе тиергә лә була. Заманында Ырымбур өйәҙенә ҡараған Мәҡсүт ауылында уҡытҡанда ул балалар менән бер рәттән ололарға ла белем биргән. Мәктәп тип аталһа ла, бер шарттары ла булмаған бит инде элекке белем усаҡтарының. Ширлек өҫтөндә генә яҙып, уҡып өйрәнгән балалар. Тимәк, Хәлимә апайымды революциянан һуң халҡыбыҙҙың күҙен асыусы, уға белем биреүсе мәғрифәтсе тип ғорурлыҡ менән атарға була, - ти Ләлә Ғибаҙулла ҡыҙы.
Хәлимә Абдулла ҡыҙы уҡытҡан уҡыусылар араһынан бик күп билдәле шәхестәр сыға: Ғәззә Зәйнуллина – нәшриәт мөхәррире, Клара Тимерғазина – Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Марат Сәлихов – нефтсе һәм башҡалар.
Беренсе башҡорт мәктәбе асылғанда мәғарифтың халыҡ комиссары Ибраһим Хафиз улы Абызбаев була (1937 йылдың июнь айында вазифаны етәкләй). Шул йылда ул репрессияға эләгә, уны аталар. Үлгәндән һуң 1956 йылда ғына аҡлана.
Билдәле тележурналист, яҙыусы, драматург Сәрүәр Суринаның Хәлимә Ҡорбанаеваның 100 йыллығына арналған “Хәтерҙең тере сәскәләре” фильмында Зәйнәб Биишеваның апаһы тураһында һөйләгән тауышы яҙмаһы ла яңғырай. Бына нимәләр һөйләй унда әҙбиә Хәлимә апаһы тураһында:
- Беҙ биш бала үҫтек. Шуларҙың минең күңелдә иң тәрән тойғолар ҡалдырғаны апайым Хәлимә булды. Уны атҡаҙанған уҡытыусы, депутат Хәлимә Ҡорбанаева тип беләләр. Һуғыш ваҡыты, беҙ етем, үҙенең ике балаһы бар. Уларҙы ҡалдырып, беҙҙе уҡытырға, кеше итергә ынтылып, интернатҡа урынлаштырҙы. Бик кешелекле, изгелекле, игелекле кеше ине ул апайым.
Күренекле Биишевтар нәҫелендә яҙыусы Зәйнәб Биишеванан да тыш республикаға билдәле шәхестәр байтаҡ: Хәлимә Ҡорбанаеваның ике туған ҡустылары - Әкрәм Ғибаҙулла улы Бейешев – филология фәндәре кандидаты, тел ғалимы, тарихсы, “Башҡорт теленең картотекаһы”, “Башҡорт телен аңлатмалы һүҙлеген төҙөүсе; Фуат Ғибаҙулла улы Биишев – күренекле тележурналист, беренсе телесериалдар сценарийы авторы, Ғәли Ибраһимовтың романы буйынса төшөрөлгән “Кинйә” телефильмының сценарий авторы; ике туған һеңлеһе – Ләлә Ғибаҙулла ҡыҙы Бейешева – республика “Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәге ветераны.
Ниндәй генә ауыр заманала йәшәһәләр ҙә, яҡтыға, яҡтылыҡҡа ынтылған Биишевтар нәҫеле Башҡортостан тарихында, ил тарихында иң затлы урындарҙың береһен биләп тора, тиһәк тә, һис арттырыу булмаҫ.
Читайте нас