Мораҙым
+25 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
8 Декабря 2020, 06:16

Ҡайҙа ғына йәшәһәк тә беҙгә кәрәк "Мораҙым"

Милли матбуғатҡа арзанға яҙылыу ун көнлөгө оҙайтылды. Ошо осорҙа үҙегеҙ теләгән баҫмаға яҙылып, йыл буй рәхәтләнеп гәзит-журнал уҡып ятырға мөмкин. Әле республика һәм район гәзиттәре подписка буйынса төрлө эстафеталар, акциялар иғлан итте. Беҙ ҙә ситтә ятып ҡалманыҡ, район гәзитен ситтә йәшәгән яҡташтарыбыҙға еткереү маҡсаты менән эстафета башлап ебәрҙек һәм яҡташтарыбыҙ журналист Нурия Кинйәбаева, “Тамыр” балалар студияһы мөхәррире Гөлназ Ишемғолова, Татарстандың Байҙар Сабаһы районында йәшәгән Рәхимә апай Вәлиуллинаға тапшырғайныҡ. Рухлы ерҙәштәребеҙ ҙур теләк менән күтәреп алды. Рәхимә апай иһә эстафета сылбырын Саллы ҡалаһында йәшәгән Рауза Мусинаға тапшыра.- “Мораҙым” гәзитенең электрон варианты булыуы беҙҙең һымаҡ ситтә йәшәгәндәргә бик ҡулай. Тыуған яғыма ҡайтҡан һайын бер хәрефен дә ҡалдырмай уҡып сығам, йыйып алып ҡайтып китә торғайным. Әле киҙеү таралғас, йыш ҡайтып булмай. Шулай ҙа райондаштарым тураһында хәбәрҙар булып торғо килә. Эстафетаны миңә тапшырғастары, ҡыуанып ҡушылдым. “Мораҙым”ды беҙҙең Татарстанда ла алдырып уҡыһындар әле тип, Саллы ҡалаһында йәшәгән Раузаға тапшырам, - ти Рәхимә апай тәьҫораттары менән уртаҡлашып.

Милли матбуғатҡа арзанға яҙылыу ун көнлөгө оҙайтылды. Ошо осорҙа үҙегеҙ теләгән баҫмаға яҙылып, йыл буй рәхәтләнеп гәзит-журнал уҡып ятырға мөмкин. Әле республика һәм район гәзиттәре подписка буйынса төрлө эстафеталар, акциялар иғлан итте. Беҙ ҙә ситтә ятып ҡалманыҡ, район гәзитен ситтә йәшәгән яҡташтарыбыҙға еткереү маҡсаты менән эстафета башлап ебәрҙек һәм яҡташтарыбыҙ журналист Нурия Кинйәбаева, “Тамыр” балалар студияһы мөхәррире Гөлназ Ишемғолова, Татарстандың Байҙар Сабаһы районында йәшәгән Рәхимә апай Вәлиуллинаға тапшырғайныҡ.
Рухлы ерҙәштәребеҙ ҙур теләк менән күтәреп алды. Рәхимә апай иһә эстафета сылбырын Саллы ҡалаһында йәшәгән Рауза Мусинаға тапшыра.
- “Мораҙым” гәзитенең электрон варианты булыуы беҙҙең һымаҡ ситтә йәшәгәндәргә бик ҡулай. Тыуған яғыма ҡайтҡан һайын бер хәрефен дә ҡалдырмай уҡып сығам, йыйып алып ҡайтып китә торғайным. Әле киҙеү таралғас, йыш ҡайтып булмай. Шулай ҙа райондаштарым тураһында хәбәрҙар булып торғо килә. Эстафетаны миңә тапшырғастары, ҡыуанып ҡушылдым. “Мораҙым”ды беҙҙең Татарстанда ла алдырып уҡыһындар әле тип, Саллы ҡалаһында йәшәгән Раузаға тапшырам, - ти Рәхимә апай тәьҫораттары менән уртаҡлашып.
Читайте нас