Мораҙым
+12 °С
Дождь
ЙӘМҒИӘТ
7 Декабря 2020, 14:18

Ауыл хужалығында эшләүселәргә – дәүләт ярҙамы

Үткән аҙнала ауыл хужалығы өлкәһендә эшләүсе өс ғаилә - “Күгәрсен агросәнәғәт берекмәһе” йәмғиәтенән Руслан Шәмсиев, “Тәүәкән” йәмғиәте механизаторы Кәрим Кәримов, “Иртөбәк” агрофирмаһы”нда эшләүсе Илдар Йосопов “Башҡортостан Республикаһы территорияларын комплекслы үҫтереү” дәүләт программаһы буйынса район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Ғайса Янбаев ҡулынан торлаҡ сертификаттары алды.

Социаль түләүҙе тапшырғанда, күп бала тәрбиәләгән ғаиләләргә өҫтөнлөк бирелә. Рәфиә Хәкимйән ҡыҙы менән Руслан Рәфҡәт улы Шәмсиевтар ғаиләһендә, мәҫәлән, өс бала тәрбиәләнә. Ғаилә башлығы тырыш эшсән булһа, ҡатыны уңған хужабикә.
Зөлфиә Фәғим ҡыҙы менән Кәрим Миңлемулла улы Кәримовтар ҙа алты балаға ғүмер бүләк иткән ата-әсә. Улар ҙа матур итеп донъя көтә, ихата тултырып мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай, ул-ҡыҙҙарын лайыҡлы кеше үҫтерергә тырыша.
Роза Риф ҡыҙы менән Илдар Рәил улы Йосоповтар ғаиләһендә лә 4 бала тәрбиәләнә.
Читайте нас