Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Декабрь 2020, 22:15

Әсәйҙәргә – лайыҡлы награда

Тормош ҡото, йәшәү йәме булған, йорт тулы сабыйҙарын һөйөп үҫтергән әсәйҙәр беҙҙә лә күп. Бөгөн, 4 декабрҙә, район мәҙәниәт һарайының никах теркәү залында 5 һәм унан күберәк бала тәрбиәләүсе әсәйҙәр тәбрикләнде. Республика Башлығы Радий Хәбиров исеменән район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Ғайса Янбаев Гүзәл Дәүләтбаеваға, Нурсилә Вәлитоваға һәм Рәсимә Иҫәнбәковаға мәртәбәле награда – “Әсәлек даны” миҙалын тапшырҙы.

Читайте нас: