Башлыса татар милләтле халыҡ төйәк иткән Багдашкин (халыҡ телендә – Ыуары) ауылы үҙенең төҙөклөгө, ыҡсымлығы менән күңелде арбай. Шулай булмай ни, эшкә сәмле, йәшәүгә дәрт-ялҡынлы рухлы кешеләр, матур ғаиләләр был төбәккә йәм һәм ғәм өҫтәй.
Биш балаға ғүмер бүләк итеп, уларҙы үҙ өлгөһөндә намыҫлы, эшһөйәр итеп үҫтерергә тырышҡан Лилиә менән Фуат Төхвәтуллиндарҙың ҙур татыу ғаиләһе – был төбәктең күрке, сағыу биҙәге.
Апаруҡ йылдар староста вазифаһын йөкмәгән (хәҙер ауыл советы депутаты), тыуып-үҫкән төйәгенең һәм ауыл халҡының мәнфәғәтен ҡайғыртып был тәңгәлдә һөҙөмтәле эш башҡарған ғаилә башлығы Фуат Риф улы аҙыраҡ һөйләп күберәк эшләргә яратҡан, ғәҙел, таһыллы заттан. Булдыҡлы ир аҫылының икенсе яртыһы - Лилиә Миңлейәр ҡыҙы тормош юлдашын һәр эштә дәртләндерә, иңдәренә ҡанат ҡуя белә...
Яҙмабыҙ геройҙары, уларҙы һәм ыуары халҡын борсоған мәсьәләләр хаҡында баҫмабыҙҙың йома һанынан уҡый алаһығыҙ.