Мораҙым
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
30 Ноябрь 2020, 12:15

Нефтселәр Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың хәтерен мәңгеләштерергә ярҙам итте

Черкассы ҡасабаһында Өфө районының өс Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Советтар Союзы Геройҙары – Ф.М.Косолапов һәм П.А.Кулаков, Дан орденының тулы кавалеры М.А.Едренкиндарҙың хәтерен мәңгеләштерҙе. Халыҡ алдағы көндәрҙә ауылда парк булдырырға уйлай, унда урынлашасаҡ Геройҙар аллеяһы төп урынды биләйәсәк. Аллеяны булдырыуҙа тәүге аҙым – фронтовиктарҙың бронза бюсын урынлаштырыу ине. Уларҙы эшләүҙә ярҙам һорап Черкассы ауыл биләмәһе хакимиәте райондың иҡтисади, мәҙәни һәм йәмәғәти тормошона, уның тотороҡло үҫешенә тос өлөш индереүсе “Транснефть-Урал” акционерҙар йәмғиәтенә мөрәжәғәт итте. Предприятие инициативаны хупланы һәм 1 миллион һум тирәһенә хәйриә ярҙамы күрһәтте. Был аҡса бюсты эшләүҙән алып уны тулыһынса монтажлауға етте. Яугирҙар бюсы тулыһынса бронзанан эшләнгән, бетон-кирбес постаменттары гранит менән йөрөтөлгән. Табличкаларҙа геройҙарҙың исемдәре һәм йәшәгән йылдары яҙылған.

Черкассы ҡасабаһында Өфө районының өс Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Советтар Союзы Геройҙары – Ф.М.Косолапов һәм П.А.Кулаков, Дан орденының тулы кавалеры М.А.Едренкиндарҙың хәтерен мәңгеләштерҙе. Халыҡ алдағы көндәрҙә ауылда парк булдырырға уйлай, унда урынлашасаҡ Геройҙар аллеяһы төп урынды биләйәсәк.
Аллеяны булдырыуҙа тәүге аҙым – фронтовиктарҙың бронза бюсын урынлаштырыу ине. Уларҙы эшләүҙә ярҙам һорап Черкассы ауыл биләмәһе хакимиәте райондың иҡтисади, мәҙәни һәм йәмәғәти тормошона, уның тотороҡло үҫешенә тос өлөш индереүсе “Транснефть-Урал” акционерҙар йәмғиәтенә мөрәжәғәт итте. Предприятие инициативаны хупланы һәм 1 миллион һум тирәһенә хәйриә ярҙамы күрһәтте. Был аҡса бюсты эшләүҙән алып уны тулыһынса монтажлауға етте. Яугирҙар бюсы тулыһынса бронзанан эшләнгән, бетон-кирбес постаменттары гранит менән йөрөтөлгән. Табличкаларҙа геройҙарҙың исемдәре һәм йәшәгән йылдары яҙылған.
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға һәйкәлдәрҙе ремонтлау һәм йыһазландырыу “Транснефть-Урал” акционерҙар йәмғиәтенең хәйриә эшмәкәрлегенең төп өлөшөн алып тора. Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләгән йылда предприятие 10-дан ашыу һәйкәл һәм мемориаль комплексты тәртипкә килтерергә ярҙам итте.
Читайте нас: