1 декабргә тиклем уҙған йыл өсөн милек һалымын түләп ҡуйырға кәрәк. Әлеге мәлдә күптәр уны өйҙән сыҡмай ғына түләргә теләй.
Һалым органдары өйҙән сыҡмай ғына һалым түләүҙең 5 юлын тәҡдим итә:
- “Һалым түләүсенең шәхси кабинеты” сервисы аша;
- “Физик шәхестең һалымдары” мобиль ҡушымтаһы аша;
- “Физик шәхестәрҙең һалымдарын һәм пошлиналарын түләү” сервисы аша;
- Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙең берҙәм порталы аша;
- банктарҙың онлай-сервисы аша.
Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең сайтында“Шәхси кабинет” менән ҡулланыусылар һалым белдереүен ҡарай, түләүҙәрен һәм бурыстарын түләй, түләнгән һалымдың суммаһын күҙәтә, шулай уҡ артыҡ түләүе, бурыстары, үҙенең мөлкәте (квартираһы, ер участкалары, транспорт саралары) хаҡындағы мәғлүмәттәрҙең дөрөҫлөгө менән таныша ала. Бынан тыш, был сервис аша һалым органдары менән аралашырға, ташламаға ғариза бирергә, эш биреүсе тарафынан килем хаҡында бирелгән мәғлүмәттәрҙе (2-НДФЛ белешмәһе) ҡарарға, 3-НДФЛ формаһы буйынса декларацияны электрон төрҙә ебәрергә, һалым ташламаһын алыу өсөн ғариза яҙырға була.
Сервисҡа инеү өсөн логин менән паролде теләгән бер һалым инспекцияһына шәхсән мөрәжәғәт итеп йәки идентификациялау һәм аутентификациялауҙың берҙәм системаһында (ЕСИА) раҫланған иҫәпкә алыу яҙмаһы – Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙең берҙәм порталына инеү өсөн ҡулланылған реквизиттар ярҙамында алырға мөмкин.
Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең “Физик шәхестең һалымы” мобиль ҡушымтаһы һалым органдары менән тулыһынса дистанцион рәүештә, йәғни ситтән тороп эш итергә мөмкинлек бирә. Уның аша милек, иҫәпләнгән һәм түләнгән һалым түләүҙәре, бурыстар хаҡында мәғлүмәттәрҙе белергә була. Һалымдарҙы Федераль һалым хеҙмәтенең банк-партнерҙары аша түләргә мөмкин. Бынан тыш, мобиль ҡушымта ярҙамында 3-НДФЛ формаһында декларация тултырырға һәм уны һалым инспекцияһына электрон төрҙә ебәрергә була.
“Физик шәхестрҙең һалымдарын һәм пошлиналарын түләү” сервисы һалымды берҙәм түләү менән, документтың индексы (һалым белдереүе ҡағыҙында күрһәтелә) буйынса һәм түләү ҡағыҙҙарындағы реквизиттарҙы тултырып түләргә мөмкинлек бирә. Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙең берҙәм порталында һалым түләү өсөн “Түләү” битенә күсергә һәм “УИН квитанцияһы һаны буйынса түләү” юлын һайларға кәрәк. Һалым белдереүендәге УИНды индергәндән һуң, һалым суммаһы хаҡындағы мәғлүмәт һәм түләү кнопкаһы сыға. Банктарҙың онлайн-сервистарында тәүҙә “Түләү” бүлегенә, артабан “Һалым, штрафтар, пошлиналар, бюджет түләүҙәре”нә, унан инде “Һалым” бүлегенә инергә, аҙаҡ “Федераль һалым хеҙмәте һалымдарын эҙләү һәм түләү”ҙе һайларға ла, белдереү ҡағыҙында күрһәтелгән УИНды яҙып йәки QR-кодты сканерлап, түләргә кәрәк. Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса 25-се район-ара инспекцияһы.