Мораҙым
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
27 Ноябрь 2020, 17:45

“Транснефть - Урал” Ҡарамасан йылғаһы аша һыу аҫты нефть үткәргес торбаларҙы алмаштырҙы

“Транснефть – Урал” акционерҙар йәмғиәте Башҡортостан Республикаһының Благовар районында Ҡармасан йылғаһы аша Усть-Балыҡ-Өфө-Ҡурған-Әлмәт магистраль нефть үткәргес торбаларының һыу аҫты үткәүелен алыштырҙы.Үткәргес торба участкаһының 358 метры алыштырылған, шул иҫәптән дюкер (һыу аҫты өлөшө) оҙонлоғо - 222. Балластлау өсөн дөйөм ауырлығы 378 тонналыҡ 189 суйын ауырайтҡыс ҡулланылған. Быға тиклем файҙаланылған үткәргес торбалар демонтажланған. Торбалар һалынғас үткәргес торбалар үткәүеленә гидро һынауҙар уҙғарылған, етешһеҙлектәрҙең юҡлығы билдәләнгән, уның геометрик параметрҙарына контроль эшләнгән. Һыу объектындағы эштәр ваҡытында тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтенең барлыҡ талаптары һаҡланған. Белгестәр бик арматураһы үҙәген уратып алып, техник белдереү билдәләре, шул иҫәптән видеокамералар һәм һаҡ сигнализацияһы системаһы ҡуя. Грунт тергеҙелгән, йылға яры нығытылған, 1 мең квадрат метр майҙанға ваҡ таш һибелгән. Эштәр «Транснефть – Урал» йәмғиәтенең техник яңыртыу һәм реконструкциялау программаһына ярашлы уҙғарылған, маҡсаты - Усть-Балыҡ-Өфө-Ҡурған-Әлмәт нефть үткәргес торбаларын эксплуатациялауҙың юғары ышанысллы кимәлен тотоу. Усть-Балыҡ-Өфө-Ҡурған-Әлмәт нефть үткәргесе Рәсәйҙә оҙонлоғо буйынса ла, нефтте һурҙырыу буйынса ла иң эре магистраль нефть үткәргес торбаларҙың береһе булып тора.

“Транснефть – Урал” акционерҙар йәмғиәте Башҡортостан Республикаһының Благовар районында Ҡармасан йылғаһы аша Усть-Балыҡ-Өфө-Ҡурған-Әлмәт магистраль нефть үткәргес торбаларының һыу аҫты үткәүелен алыштырҙы.
Үткәргес торба участкаһының 358 метры алыштырылған, шул иҫәптән дюкер (һыу аҫты өлөшө) оҙонлоғо - 222. Балластлау өсөн дөйөм ауырлығы 378 тонналыҡ 189 суйын ауырайтҡыс ҡулланылған. Быға тиклем файҙаланылған үткәргес торбалар демонтажланған. Торбалар һалынғас үткәргес торбалар үткәүеленә гидро һынауҙар уҙғарылған, етешһеҙлектәрҙең юҡлығы билдәләнгән, уның геометрик параметрҙарына контроль эшләнгән. Һыу объектындағы эштәр ваҡытында тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтенең барлыҡ талаптары һаҡланған.
Белгестәр бик арматураһы үҙәген уратып алып, техник белдереү билдәләре, шул иҫәптән видеокамералар һәм һаҡ сигнализацияһы системаһы ҡуя. Грунт тергеҙелгән, йылға яры нығытылған, 1 мең квадрат метр майҙанға ваҡ таш һибелгән.
Эштәр «Транснефть – Урал» йәмғиәтенең техник яңыртыу һәм реконструкциялау программаһына ярашлы уҙғарылған, маҡсаты - Усть-Балыҡ-Өфө-Ҡурған-Әлмәт нефть үткәргес торбаларын эксплуатациялауҙың юғары ышанысллы кимәлен тотоу.
Усть-Балыҡ-Өфө-Ҡурған-Әлмәт нефть үткәргесе Рәсәйҙә оҙонлоғо буйынса ла, нефтте һурҙырыу буйынса ла иң эре магистраль нефть үткәргес торбаларҙың береһе булып тора.
Гөлназ Сәйетбатталова.
Читайте нас: