Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
27 Ноябрь 2020, 19:27

Әгәр ҙә һалым белдереүен алмаһағыҙ...

Һалым белдереүен алмаһағыҙ, түләү ваҡытын уҙғарып ебәреү ҡурҡынысы тыуа, был иһә ҡайһы бер осраҡтарҙа һалым яуаплылығына тарттырылыу, пеня өҫтәлеү менән янай. Әгәр һалым белдереүен алмаған булһағыҙ, түбәндәге алгоритм буйынса эш итергә кәңәш бирәбеҙ.

Һалым белдереүен алмаһағыҙ, түләү ваҡытын уҙғарып ебәреү ҡурҡынысы тыуа, был иһә ҡайһы бер осраҡтарҙа һалым яуаплылығына тарттырылыу, пеня өҫтәлеү менән янай.
Әгәр һалым белдереүен алмаған булһағыҙ, түбәндәге алгоритм буйынса эш итергә кәңәш бирәбеҙ.
  1. Һалым органына йәки Күп функциялы үҙәккә ғариза менән мөрәжәғәт итегеҙ.
  2. Һалым белдереүе килмәгән осраҡта ғариза менән үҙең теләгән һалым инспекцияһына (шул иҫәптән Күп функциялы үҙәк аша) мөрәжәғәт итергә була.
    “Һалым түләүсе физик шәхестең шәхси кабинеты” йәки Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтеның рәсми сайтында “Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенә мөрәжәғәт итеү” сервисы ярҙамында электрон төрҙә хәбәр итергә лә була.
    1. Һалым органдарына үҙегеҙҙең күсемһеҙ милеккә һәм (йәки) транспорт сараһына эйә булыуығыҙ хаҡында хәбәр итегеҙ.
    2. Үҙегеҙ объектҡа хужа булғандан алып һалым белдереүе алмаған, һалым түләмәгән һәм ташламалар менән файҙаланмаған булһағыҙ, үҙегеҙ хужа булған объект буйынса һалым белдереүен алмаған (һалым белдереүендә был объект буйынса мәғлүмәт булмағанда) осраҡта, һеҙ 31 декабргә тиклем теләгән бер һалым органына үҙегеҙҙең күсемһеҙ милеккә йәки транспорт сараһына эйә булыуығыҙ хаҡында хәбәр итергә тейешһегеҙ. Был хәбәргә күсемһеҙ милеккә, транспортҡа ҡарата хоҡуғыҙҙы күрһәтеүсе документтарҙың күсермәләрен дә ҡушырға кәрәк буласаҡ. Уны Һалым инспекцияһына шәхсән алып килергә, Күп функциялы үҙәк аша тапшырырға, почта аша заказлы хат менән ебәрергә, Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтеның рәсми сайтында“Һалым түләүсе физик шәхестең шәхси кабинеты” аша электрон төрҙә ебәрергә була.
      Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса 25-се район-ара инспекцияһы.
      Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.
      Читайте нас: