“Айыҡ ауыл - 2020” республика конкурсының муниципаль этабына йомғаҡ яһалды.
Ойоштороусылар әйтеүенсә, районыбыҙҙың 67 ауылы конкурста ҡатнашырға теләк белдергән.
Башҡа йылдарҙан айырмалы, быйыл күмәк кеше ҡатнашлығында ҙур саралар уҙманы. Бының сәбәбе – әлбиттә, пандемия.
Шулай ҙа күп ауылдар ярайһы уҡ ҙур әүҙемлек күрһәтте, быны һеҙ гәзитебеҙҙән һәм социаль селтәрҙәрҙән дә күҙәтеп барҙығыҙ.
Шулай итеп, иң күп баһа йыйған Исем менән Сәлих ауылдары 1-се, Подгорный менән Моҡастар 2-се, Воскресенск менән Туйөмбәт һәм Гаврилова 3-сө урындарға сыҡты. Уларға, урындарға ярашлы, 100 000, 50 000, 30 000 һум күләмендә аҡсалата приз тапшырыласаҡ.
Республика кимәлендә үткән бәйгелә Исем ауылы (ә бәлки Сәлих ауылы ла- быны республика конкурсының ойоштороу комитеты хәл итәсәк) район данын яҡлаясаҡ.
Ауыл халҡын берләштереүсе, сәләмәт тормошҡа этәреүсе, тура юлға күндереүсе был байрамда киләһе йылда тағы ла күберәк ауылдар ҡатнашыр тип ышанабыҙ!