Мораҙым
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
27 Ноябрь 2020, 19:23

Һалым түләргә ваҡыт етә

Торлаҡ, транспорт саралары һәм ер участкалары хужаларына 2019 йыл өсөн һалым түләү ваҡыты етте. Әлеге мәлдә физик шәхестәрҙең мөлкәте, транспорт һәм ер һалымдарына түләү ҡағыҙҙары ебәрелә.Һалым түләүселәр РФ Һалым кодексының 52-се статьяһының 4-се пункты нигеҙендә белдереү ҡағыҙҙарын аласаҡ. Күрһәтелгән категорияға ҡараған граждандарға был ҡағыҙҙар һалым суммаһы 100 һумдан артҡан ваҡытта, йәки түләүҙәр өс һалым осоро өсөн йыйылған осраҡта ебәрелә. Һалым ташламаһына эйә булыусыларға, объект өсөн һалым түләүҙән азат булғандарға, шулай уҡ “Һалым түләүсе физик шәхестең шәхси кабинеты” менән ҡулланып, һалым түләү хаҡындағы мәғлүмәтте ҡағыҙ формаһында алыу кәрәклеге хаҡында үтенес ебәрмәүселәргә белдереү ҡағыҙҙары ебәрелмәй.

Торлаҡ, транспорт саралары һәм ер участкалары хужаларына 2019 йыл өсөн һалым түләү ваҡыты етте. Әлеге мәлдә физик шәхестәрҙең мөлкәте, транспорт һәм ер һалымдарына түләү ҡағыҙҙары ебәрелә.
Һалым түләүселәр РФ Һалым кодексының 52-се статьяһының 4-се пункты нигеҙендә белдереү ҡағыҙҙарын аласаҡ. Күрһәтелгән категорияға ҡараған граждандарға был ҡағыҙҙар һалым суммаһы 100 һумдан артҡан ваҡытта, йәки түләүҙәр өс һалым осоро өсөн йыйылған осраҡта ебәрелә. Һалым ташламаһына эйә булыусыларға, объект өсөн һалым түләүҙән азат булғандарға, шулай уҡ “Һалым түләүсе физик шәхестең шәхси кабинеты” менән ҡулланып, һалым түләү хаҡындағы мәғлүмәтте ҡағыҙ формаһында алыу кәрәклеге хаҡында үтенес ебәрмәүселәргә белдереү ҡағыҙҙары ебәрелмәй.
Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте сайтындағы“Һалым белдереүе 2020” махсус белешмә сервисы белдереү ҡағыҙындағы мәғлүмәттәрҙе аңларға ярҙам итәсәк. Бында белдереү ҡағыҙының йөкмәткеһе ябай һәм аңлайышлы телдә яҙыла һәм ентекле аңлатма бирелә.
Белдереү ҡағыҙы килмәгән осраҡта йәки унда дөрөҫ мәғлүмәттәр булғанда, был етешһеҙлек хаҡында “Һалым түләүсе физик шәхестең шәхси кабинеты” йәки Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтеның рәсми сайтында “Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенә мөрәжәғәт итеү” сервисы ярҙамында электрон төрҙә хәбәр итергә, шулай уҡ элеккесә – почта аша яҙып ебәрергә, 8-800-222-22-22 телефоны аша Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең берҙәм контакт-үҙәгенә шылтыратып әйтергә мөмкин. Белдереү ҡағыҙын алыу өсөн теләгән бер һалым инспекцияһына мөрәжәғәт итергә була.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 2019 йыл өсөн мөлкәт һалымын 2020 йылдың 1 декабренән дә һуңға ҡалмай түләргә кәрәк!
Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса 4-се район-ара инспекцияһы.
Читайте нас: