Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Ноябрь 2020, 19:00

“Транснефть-Урал”: халыҡ-ара стандарттар буйынса эшләйбеҙ

“Транснефть-Урал” акционерҙар йәмғиәтенең хеҙмәтте һаҡлау, экология һәм энергияны һаҡлау өлкәһендәге менеджмент системалары халыҡ-ара стандарттар талаптарына яуап бирә – пердприятиела тышҡы аудит үткәргән эксперттар шундай һөҙөмтәгә килгән. Акционерҙар йәмғиәтенең төп офисы Өфөлә урынлашҡан, Башҡортостандан тыш, уларҙың етештереү объекттары күрше төбәктәрҙә лә бар. Быйыл аудит ойошманың Силәбе өлкәһендәге объекттарында үткәрелгән.

“Транснефть-Урал” акционерҙар йәмғиәтенең хеҙмәтте һаҡлау, экология һәм энергияны һаҡлау өлкәһендәге менеджмент системалары халыҡ-ара стандарттар талаптарына яуап бирә – пердприятиела тышҡы аудит үткәргән эксперттар шундай һөҙөмтәгә килгән. Акционерҙар йәмғиәтенең төп офисы Өфөлә урынлашҡан, Башҡортостандан тыш, уларҙың етештереү объекттары күрше төбәктәрҙә лә бар. Быйыл аудит ойошманың Силәбе өлкәһендәге объекттарында үткәрелгән.
“Киң, системалы һәм планға ярашлы” – аудиторҙар ойошмала хеҙмәтте һаҡлау буйынса алып барылған эшмәкәрлеккә нәҡ ошондай баһа биргән. Бойомға ашырылған саралар юғары һөҙөмтәлелек күрһәтеүе тәбиғи.

Эксперттар “Транснефть-Урал”дың энергоменеджмент өлкәһендә яғыулыҡ-энергетика ресурстарын ҡулланыуҙа маҡсатҡа ярашлы күрһәткестәрҙе үтәүен раҫлаған, шул уҡ мәлдә энергияны ҡулланыу күрһәткесе тәү сиратта нефть һәм нефть продукттарын ебәреүҙең иң һөҙөмтәле режимдарын һайлап алыу һөҙөмтәһендә түбәнәйә.

“Транснефть-Урал” акционерҙар йәмғиәте шулай уҡ тәбиғәтте һаҡлау буйынса сараларҙы ла уңышлы тормошҡа ашыра: айырып әйткәндә, эшмәкәрлек алып барылған төбәктәрҙә даими нигеҙҙә һыуҙың биологик ресурстарын яңыртыу эштәре башҡарыла.

Эксперттар ойошманың менеджмент системаһының һөҙөмтәлелеген һәм экологик менеджмент системаһының ғәмәлдәге ISO 14001:2015 стандартына тура килеүен раҫланы. Улар шулай уҡ хеҙмәтте һаҡлау идаралығы һәм энергоменеджмент системаларының яңы ISO 15001:2018 һәм ISO 50001:2018 халыҡ-ара стандарттары талаптарына тура килеүе хаҡында сертификаттар биреү ҡарарын тапшырҙы. Бынан тыш, аудиторҙар “Транснефть-Урал” акционерҙар йәмғиәте һәм уның Силәбе филиалының аудитта ҡатнашҡан идаралыҡ аппараты хеҙмәткәрҙәренең юғары һөнәри оҫталығын һәм яңы стандарттарға күсеү буйынса документацияны формалаштырыуҙың юғары сифатын билдәләне.

Яңы ISO 15001:2018 һәм ISO 50001:2018 халыҡ-ара стандарттарын ғәмәлгә индереүгә бәйле Яңы стандарттарға күсеү буйынса саралар планын үтәү, шул иҫәптән эске аудиторҙарҙы уҡытыу, аудиттарҙы планлаштырыу һәм үткәреү, ойошма етәкселеге тарафынан уларҙың һөҙөмтәләрен анализлауға ҙур иғтибар бүленде. Шулай уҡ персоналды интервьюлаштырыу ҙа әүҙем алып барылды.

Менеджмент системалары яңы “Транснефть-Урал” акционерҙар йәмғиәте дөйөм идаралыҡ системаһының бер айырылғыһыҙ өлөшө булып тора. Уларҙың эшмәкәрлеге һәм халыҡ-ара стандарттар талаптарына тура килеүе йыл дауамында эске аудиттар сиктәрендә контролдә тотола. Уларҙың һөҙөмтәләрен акционерҙар йәмғиәтенең Координация советы баһалай.
Читайте нас: