Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
25 Ноябрь 2020, 17:45

Йәш ғаиләгә - ырыҫ, бәрәкәт!

Йәшлек йәшлек инде... Аҙ ғына елкенһәң, эштәрең дә ырамлыраҡ бара, көс-ҡеүәт тә үҙенән үҙе өҫтәлеп тора йәш саҡта. Төҙөүселәр урамында мөһабәт йорт һалып, үҙҙәре төйәк иткән Мораҡ ауылына ҡот өҫтәп йәшәүсе Ләйсән менән Азамат Алламоратовтарҙың да әле йәш, дәртле саҡтары. Бер-береһе өсөн йән атып торған матур пар эшкә бөтмөрлөгө, тормошҡа, киләсәккә яҡты ҡарашлы булыуы менән арбай.

Йәшлек йәшлек инде... Аҙ ғына елкенһәң, эштәрең дә ырамлыраҡ бара, көс-ҡеүәт тә үҙенән үҙе өҫтәлеп тора йәш саҡта.
Төҙөүселәр урамында мөһабәт йорт һалып, үҙҙәре төйәк иткән Мораҡ ауылына ҡот өҫтәп йәшәүсе Ләйсән менән Азамат Алламоратовтарҙың да әле йәш, дәртле саҡтары. Бер-береһе өсөн йән атып торған матур пар эшкә бөтмөрлөгө, тормошҡа, киләсәккә яҡты ҡарашлы булыуы менән арбай.
Азамат Юлдыбай ауылында дүрт ул тәрбиәләнгән татыу, эшһөйәр ғаиләлә 1984 йылдың аҡ ҡыштарында донъяға килгән. Ғүмерҙәре намыҫлы эштә үткән ата-әсәнең ҡулы аҫтында бәләкәстән тырыш, эшкә сәмле булып үҫә. Юлдыбай туғыҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, Салауат педагогия колледжына уҡырға инә. Хеҙмәт юлын Ибрай ауылы мәктәбендә музыка уҡытыусыһы булараҡ башлай, артабан Яңы Хвалын урта мәктәбенә күсә. Ныҡышмал, үҙ-үҙенә талапсан эшсәнгә тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары вазифаһын йөкмәтәләр. Шул арала Азамат ситтән тороп БДПУ-ла уҡып, юғары белем алырға ла өлгөрә. Яңы Хвалын мәктәбенең дөйөм ҡаҙаныштарында әлеге ваҡытта информатика дәрестәрен дә алып барыусы Азамат Ришат улының өлөшө ҙур. Быйыл ул проект эше менән конкурста ҡатнашып, республика Хөкүмәте грантына лайыҡ булды һәм коллективын, туғандарын, ғаиләһен ҡыуандырҙы.
Намыҫлы мәғариф эшсәне, ышаныслы ғаилә башлығының икенсе яртыһы - Ләйсән һөнәре буйынса фельдшер-акушер, Мораҡ үҙәк район дауаханаһының яуаплы хеҙмәткәре. Әлеге ваҡытта, айырым режим шарттарында, вирус билдәләре менән килгән пациенттарҙы ҡабул итеүсе фильтрға яуаплы булараҡ, бында даими ағылған кешеләрҙән тажлы вирусҡа анализ ала. Заман афәтенә ҡаршы көрәштә алғы һыҙыҡта тороусы аҡ халатлы эшен һис зарланмайынса, яратып башҡара.
Һоҡланғыс йәш парҙың ике сабыйы, алты йәшлек Азалия менән өс йәшлек Асҡар, тынғыһыҙ эштән һуң ата-әсәнең күңел йыуанысы булып тора. Кескәйҙәрҙең шат йөҙҙәре иртәгәһе көнгә ышаныстарын, нурлы йорттарының бәрәкәтен арттыра.
Мөхәббәт һәм наҙ бөркөлгән йәш ғаиләнең күге һәр саҡ шулай аяҙ булһын!
Читайте нас: