Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
25 Ноябрь 2020, 12:21

Балалы йорт - нурлы йорт

Хоҙайбирҙин ауылында йәшәгән Алина менән Илгиз Ғәҙелевтар йәш кенә булһалар ҙа ныҡлы, татыу ғаилә ҡороп, өс балаға атай-әсәй булырға ла өлгөргәндәр.Өй эсендә матур, йырлы башҡорт теле яңғырап ҡына тора. Балаларына ла Нәркәс, Ғәзиз, Зәлифә тип саф башҡорт исемдәрен ҡушҡан Ғәҙелевтар.Алина балалар баҡсаһында тәрбиәсе ярҙамсыһы булып эшләй, әле декрет ялында, йорт хужаһы Илгиз хеҙмәт юлын мәктәптә башлаһа ла, хәҙер бөтөнләй икенсе тармаҡта. Икешәр-өсәр айлап ғаиләнән ситтә эшләргә тура килһә лә, бер ҙә зарланмайҙар. Ни тиһәң дә, матди яҡтан ныҡлы булыу – киләсәккә лә ышаныс уята. Әйткәндәй, Ғәҙелевтар, төпсөк улан менән килен булараҡ, атай-әсәй эргәһендә төпләнгән.- Бейемдәр менән бергә тороуыбыҙға 13 йыл булды, бер ауырлығын да күрмәйем, киреһенсә, күпкә еңел. Балалар ҙа ҡараулы, үҙҙәренең гел малайҙар ғына булғанғамы, беҙҙе, килендәрҙе, ҡыҙҙары һымаҡ күрәләр, - ти Алина ҡайны-ҡәйнәһе хаҡында. Ғәҙелевтар ғаиләһе тураһында мәҡәләне гәзитебеҙҙең киләһе һандарының береһендә уҡырһығыҙ.

Хоҙайбирҙин ауылында йәшәгән Алина менән Илгиз Ғәҙелевтар йәш кенә булһалар ҙа ныҡлы, татыу ғаилә ҡороп, өс балаға атай-әсәй булырға ла өлгөргәндәр.
Өй эсендә матур, йырлы башҡорт теле яңғырап ҡына тора. Балаларына ла Нәркәс, Ғәзиз, Зәлифә тип саф башҡорт исемдәрен ҡушҡан Ғәҙелевтар.
Алина балалар баҡсаһында тәрбиәсе ярҙамсыһы булып эшләй, әле декрет ялында, йорт хужаһы Илгиз хеҙмәт юлын мәктәптә башлаһа ла, хәҙер бөтөнләй икенсе тармаҡта. Икешәр-өсәр айлап ғаиләнән ситтә эшләргә тура килһә лә, бер ҙә зарланмайҙар. Ни тиһәң дә, матди яҡтан ныҡлы булыу – киләсәккә лә ышаныс уята.
Әйткәндәй, Ғәҙелевтар, төпсөк улан менән килен булараҡ, атай-әсәй эргәһендә төпләнгән.
- Бейемдәр менән бергә тороуыбыҙға 13 йыл булды, бер ауырлығын да күрмәйем, киреһенсә, күпкә еңел. Балалар ҙа ҡараулы, үҙҙәренең гел малайҙар ғына булғанғамы, беҙҙе, килендәрҙе, ҡыҙҙары һымаҡ күрәләр, - ти Алина ҡайны-ҡәйнәһе хаҡында.
Ғәҙелевтар ғаиләһе тураһында мәҡәләне гәзитебеҙҙең киләһе һандарының береһендә уҡырһығыҙ.
Читайте нас: