Мораҙым
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
24 Ноябрь 2020, 23:45

Афарин, хоҙайбирҙиндар!

“Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү”, “Аныҡ эштәр” программалары ауылдарҙы төҙөкләндереү йәһәтенән ҙур ярҙам ул. Райондың, республиканың әле бер, әле икенсе ауылында төрлө төҙөкләндереү эштәре тормошҡа ашырыла. Хоҙайбирҙин ауылы халҡы был йәһәттән һәр ваҡыттағыса әүҙемлек күрһәтә – уҙған аҙнала улар йыйылыш үткәргән һәм 2021 йылда “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында ҡатнашырға тигән ҡарар ҡабул иткән. Уларҙың маҡсаттары изге: программала еңеп сыҡҡан осраҡта ауылдағы ике зыяратты ла тимер ҡойма менән кәртәләү. Әйткәндәй, уларҙың был программала ҡатнашыу тәжрибәһе бар: проекттарын тормошҡа ашырып, 2018 йылда ауылда хоккей коробкаһы булған балалар-спорт майҙансығы төҙөгәндәр. Ауыл әүҙемдәре әйтеүенсә, декабрь башында үтәсәк йыйылышта башҡарыласаҡ проект, инициатив төркөм һайлау, финанс мәсьәләләрен хәл итеү кеүек һорауҙар ҡараласаҡ.

“Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү”, “Аныҡ эштәр” программалары ауылдарҙы төҙөкләндереү йәһәтенән ҙур ярҙам ул. Райондың, республиканың әле бер, әле икенсе ауылында төрлө төҙөкләндереү эштәре тормошҡа ашырыла.
Хоҙайбирҙин ауылы халҡы был йәһәттән һәр ваҡыттағыса әүҙемлек күрһәтә – уҙған аҙнала улар йыйылыш үткәргән һәм 2021 йылда “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында ҡатнашырға тигән ҡарар ҡабул иткән. Уларҙың маҡсаттары изге: программала еңеп сыҡҡан осраҡта ауылдағы ике зыяратты ла тимер ҡойма менән кәртәләү. Әйткәндәй, уларҙың был программала ҡатнашыу тәжрибәһе бар: проекттарын тормошҡа ашырып, 2018 йылда ауылда хоккей коробкаһы булған балалар-спорт майҙансығы төҙөгәндәр.
Ауыл әүҙемдәре әйтеүенсә, декабрь башында үтәсәк йыйылышта башҡарыласаҡ проект, инициатив төркөм һайлау, финанс мәсьәләләрен хәл итеү кеүек һорауҙар ҡараласаҡ.
Читайте нас: