"Айыҡ ауыл" республика бәйгеһенең район этабы ай аҙағында тамамлана. Киҙеү таралыу сәбәпле, конкурс сиктәрендә әллә ни ҙур мәҙәни саралар үткәреп булманы, шулай ҙа тырышҡан төбәктәр бар. 67 ауыл араһынан әлеге көндә иң ҙур әүҙемлек күрһәткәне – Сәлих ауылы.
Күгәрсен районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Гөлфиә ИСКӘНДӘРОВА:
- Айыҡлыҡҡа юл һәр кемдең үҙенән башланырға тейеш. Хәтерегеҙҙәлер, ҡоролтай яңы составта үҙ эшен башлаған осорҙа йәмәғәтселекте айыҡлыҡ хәрәкәтенә йәлеп итеү маҡсатында ике йыл рәттән акциялар ойошторҙоҡ. Йүнәлеште ҡоролтай, ағинәйҙәр, аҡһаҡалдар ҡоро, район хакимиәтенең милләт-ара һәм кофессия-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләү буйынса комиссияһы ла ҡушылып, бик ҙур һәм әһәмиәтле эштәр башҡарылды.
Бик күп ауыл биләмәләре дәррәү ҡушылды, әүҙем ҡатнашты, сөнки был башланғысты район хакимиәте башлығы үҙе контролдә тотто. Нимә тип әйткем килә: бына ошондай йәмәғәт акциялары йылына бер мәртәбә генә үткәрелһә лә, халыҡ та тартыныр, эскелек менән мауыҡҡандар, иҫерткес эсемлек һатҡандар уйланыр ине. Әммә ләкин ниндәй генә күләмле программалар, проекттар уйлап сығарылмаһын, әгәр район хакимиәте үҙе бындай эштәрҙе атҡарыуҙа ярҙам ҡулы һуҙмаһа, йәмәғәт ойошмаларына йөҙ менән боролмаһа, бер нәмә лә килеп сыҡмай. Сөнки халыҡтың менталитеты шундай – ябай кешенең һүҙен тотмаһалар ҙа, түрә һүҙен йыҡмаясаҡтар.
Күгәрсен районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Гөлфиә Хәсән ҡыҙы Искәндәрова һәм ошо бәйгенең район кимәлендәге кураторы Фәймә Миңлейәр ҡыҙы Аҡъюлова менән әңгәмәне гәзиттә уҡырһығыҙ.