Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
23 Ноябрь 2020, 11:39

Уңған ғаилә - милләт хазинаһы

Хоҙайбирҙин ауылында матур, етеш донъя көтөүселәрҙең береһе булараҡ ауылдаштары араһында абруйлы ул Байғазиндар.- 91-се йылда ошо йортҡа килен булып төшкәйнем, киләһе йыл 30 йыл, Алла бирһә. Ҡайным 25 йыл торһа беҙҙең менән, бейем менән 28 йыл йәшәнек. Ике ҡыҙ үҫтерҙек, икеһе лә тормошта, - тип һүҙ башлай Нәзилә апай.- Ауылда тыуып үҫкәс, ҡайҙалыр китәбеҙ тип тә йөрөмәнек, атай ҡорған нигеҙҙә торҙоҡ та ҡалдыҡ. Олоғайған көндәрендә уларға ҡәҙер –хөрмәт күрһәтеп, һис тә ауырһынмай, зарланмай ҡараған ҡатыным Нәзиләгә рәхмәтлемен. Уның менән бергә уҡыныҡ, йәш еткәс дуҫлашып йөрөп, өйләнештек. Атай-әсәй әйткән нәсихәтте тотоп йәшәйбеҙ әле булһа. “Эштән ҡурҡмағыҙ, үҙ көсөгөҙ менән йәшәгеҙ, эшләгән кеше хур булмаҫ” тип өйрәтте улар беҙҙе йәштән, - ти Зәйнулла ағай. - Ауыл халҡы ла егәрле, әйткәнде лә көтөп тормайҙар, яҙ етеү менән эргә-тирәһен таҙалап, буяр нәмәһен буяп, матурлап, тәртипкә килтереп тә ҡуялар. Эшһеҙ ултырмайҙар, һәр кем ауылыбыҙҙы төҙөкләндереүгә, йәмләндереүгә үҙ өлөшөн индерергә ынтыла. Мал да аҫрайҙар, күпләп ҡош-ҡорт та көтәләр. Һәр кем ҡулынан килгәнсә тормош ҡора.- Бер меңләгән генә ҡаҙ булғандыр ул ауылда. Иртәнсәк сыҡһа-а-а-аң, ҡош баҙары меней ҡаңғылдағы сығалар. Быйыл ҡаҙҙар, нишләптер, урамдан китешмәне. Элек йылға буйынан ҡайта белмәйҙәр ине. Төлкө-фәләндән өрктөләр, буғай. Аҡыллы ҡош бит улар, һиҙгер, - ти Нәзилә апай."Уңған ғаилә - милләт хазинаһы" мәҡәләһен район гәзитендә уҡырһығыҙ.

Хоҙайбирҙин ауылында матур, етеш донъя көтөүселәрҙең береһе булараҡ ауылдаштары араһында абруйлы ул Байғазиндар.
- 91-се йылда ошо йортҡа килен булып төшкәйнем, киләһе йыл 30 йыл, Алла бирһә. Ҡайным 25 йыл торһа беҙҙең менән, бейем менән 28 йыл йәшәнек. Ике ҡыҙ үҫтерҙек, икеһе лә тормошта, - тип һүҙ башлай Нәзилә апай.
- Ауылда тыуып үҫкәс, ҡайҙалыр китәбеҙ тип тә йөрөмәнек, атай ҡорған нигеҙҙә торҙоҡ та ҡалдыҡ. Олоғайған көндәрендә уларға ҡәҙер –хөрмәт күрһәтеп, һис тә ауырһынмай, зарланмай ҡараған ҡатыным Нәзиләгә рәхмәтлемен. Уның менән бергә уҡыныҡ, йәш еткәс дуҫлашып йөрөп, өйләнештек. Атай-әсәй әйткән нәсихәтте тотоп йәшәйбеҙ әле булһа. “Эштән ҡурҡмағыҙ, үҙ көсөгөҙ менән йәшәгеҙ, эшләгән кеше хур булмаҫ” тип өйрәтте улар беҙҙе йәштән, - ти Зәйнулла ағай. - Ауыл халҡы ла егәрле, әйткәнде лә көтөп тормайҙар, яҙ етеү менән эргә-тирәһен таҙалап, буяр нәмәһен буяп, матурлап, тәртипкә килтереп тә ҡуялар. Эшһеҙ ултырмайҙар, һәр кем ауылыбыҙҙы төҙөкләндереүгә, йәмләндереүгә үҙ өлөшөн индерергә ынтыла. Мал да аҫрайҙар, күпләп ҡош-ҡорт та көтәләр. Һәр кем ҡулынан килгәнсә тормош ҡора.
- Бер меңләгән генә ҡаҙ булғандыр ул ауылда. Иртәнсәк сыҡһа-а-а-аң, ҡош баҙары меней ҡаңғылдағы сығалар. Быйыл ҡаҙҙар, нишләптер, урамдан китешмәне. Элек йылға буйынан ҡайта белмәйҙәр ине. Төлкө-фәләндән өрктөләр, буғай. Аҡыллы ҡош бит улар, һиҙгер, - ти Нәзилә апай.
"Уңған ғаилә - милләт хазинаһы" мәҡәләһен район гәзитендә уҡырһығыҙ.
Читайте нас: