Мораҙым
+4 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
23 Ноябрь 2020, 22:31

Республика Башлығы иҫерек водителдәрҙең машиналарын тартып алырға тәҡдим итте

Республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Алан Марзаевҡа юл-транспорт ваҡиғаларында һәләк булғандар һанының артыуына бәйле хәлде төҙәтеү өсөн һуңғы мөмкинлек бирҙе. Республика Башлығы бөгөн хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмәлә милли проекттың маҡсатлы күрһәткестәре булыуын хәтергә төшөрҙө. 2030 йылға республикала юл-транспорт ваҡиғаларында вафат булғандарҙың һаны йылына 160 кешенән артмаҫҡа тейеш, быйыл ошо һан әле үк 404 кеше тәшкил итте. Радий Хәбиров иһә был күрһәткесте йылына 400 кешенән арттырмау бурысын ҡуйғайны.

«Һеҙҙең команда мин ҡуйған бурыстарҙы үтәй алмай. Ә улар нигеҙләнгән ине. Был турала уйланырға сәбәп бар. Мин Рәсәй Президенты ҡуйған бурысты һеҙҙең менән йәки һеҙһеҙ үтәрмен. Һеҙгә тағы бер мөмкинлек бирәм», — тине республика етәксеһе.
Ул декабрь уртаһында юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге темаһына арналған ҙур кәңәшмә үткәрергә ҡушты. Радий Хәбиров Башҡортостан Хөкүмәтенә һәм Дәүләт Йыйылышына бер нисә тапҡыр иҫерек килеш рулгә ултырған водителдәрҙең автомобилен конфискациялау буйынса закон башланғысын әҙерләргә һәм шуның менән Дәүләт Думаһына мөрәжәғәт итергә тигән тәҡдим индерҙе.
«Беҙҙә күп аварияларға юлдар ғына түгел, ә иҫерек водителдәр сәбәпсе. Бына шундай әҙәмдәр балаларҙы үлтерә, уларҙың транспортын тартып алырға кәрәк. Башҡаса килеп сыҡмай, күрәһең. Мин ҡаты саралар яҡлы түгелмен, ләкин ошондай аҙымға ла барырға тура килер. Башҡа төбәктәрҙән күп кенә коллегалар был тәҡдимде хупларға әҙер, федераль министрлыҡта уҙған кәңәшмәлә улар был хаҡта әйткәйне», — тине Башҡортостан Башлығы.
Фото: Олег Яровиков
Читайте нас: