Мораҙым
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
23 Ноябрь 2020, 11:47

Күрше хаҡы - тәңре хаҡы

Борон заманда, әле кешеләрҙә шырпы булмаған ваҡытта, кешеләр бер тоҡандырған утты оҙаҡ һүндермәй һаҡлағандар. Ниндәйҙер сәбәп менән усаҡ һүрелеп, ут һүнә ҡалһа, иң яҡын кешеләр – күршеләренә йүгергәндәр. Бына шунан килеп сыҡҡан да инде ут күрше тигән төшөнсә.Байғазиндарҙың ут күршеһе Линиза Хәмәтйән ҡыҙы ла дан кеше. Сынтимер ҡарт килендәре тураһындағы мәҡәлә башында яҙғайным бит әле бер инәй килеп Бесәнсе халҡы тураһында яҙмайһығыҙ тип үпкә белдереп китте тип, бына шул үҙе инде ул һынсыл ғына ҡарашлы Линиза инәй. - Мин Бикес ауылы ҡыҙы ул. Башланғыс кластарҙы тыуған ауылымда бөткәс, Теләүембәттә етене бөттөм дә, Подгорныйҙа тамамлап ҡуйҙым. Урал Насир улы Бакиров беҙҙең класс етәксеһе булды. Йырға әүәҫ булдым, концерттарҙа ҡатнаша торғайным. “Ҡыҙыл байраҡ” колхозы омсомол йүнәлтмәһе биреп, Стәрлетамаҡҡа культпросветҡа (мәҙәни-ағартыу) уҡырға ебәрҙе. Ғүмәр Әбделмәновтың уҡып бөтөп, шунда өсөнсө йыл ғына эшләп йөрөгән сағы. Беҙ имтихан биргәндә комиссияла ултырҙы ул. Тамамларға йыл ярым тирәһе ҡалғайны, бер ваҡыт мине мәҙәниәт бүлегенә саҡыралар. Ошо көндә өс клуб буш тора, Әбсәләмов менән (техникум директоры) һөйләшкәнбеҙ, ситтән тороп уҡыуға күс тә, эшкә ҡайт тип ҡуйҙылар. Мин Хоҙайбирҙин ауылын һайланым һәм клуб мөдире булып эшкә килдем. Китапханаһы ла бар ине. Шулайтып, эшләп киттем ошонда. Тик оҙаҡ эшләргә тура килмәне, ҡыҙым. Тормошҡа сыҡтым, балалар тыуҙы. Етешмәйбеҙ, ауыр саҡ. Дүрт йыл эшләнем дә, үҙ теләгем менән ғариза яҙып, был эште ташлап, фермаға һауынсы булып эшкә киттем һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы шунда эшләнем. Һауынсылыҡҡа күнегеп китеүе ауыр булманы. Сөнки бала саҡтан һыйыр һауып үҫтек. Теләүембәттә уҡығанда ла беҙ, йәш ҡыҙҙар, йәйгеһен һауынға төшөп, апайҙарҙы ял иттерә торғайныҡ. Йәш кенә булһаҡ та, дүрт ҡыҙ ҡул менән һыйыр һауҙыҡ. Ауырлыҡ менән үҫкәс, эшкә лә өйрәнгәнбеҙ. Һуғышҡа киткәнендә миңә йәш тә һигеҙ ай ғына булған. Ҡайтып өс ай ғына торҙо ла, үлеп тә китте. 46 ғына йәш ине. Уҡымай ҙа инем, шулай ҙа уны хәтерләйем. Өйөбөҙ ҙә юҡ ине, колхоз өйөндә ятып ҡалдыҡ. Һигеҙ бала булғанбыҙ, дүртәүһе үлгән, уларҙы белмәйем, дүртәү генә ҡалдыҡ. Ғөбәйҙулла ағай бик ныҡ ярҙам итте. Мортазаның атаһы. Колхоз рәйесе ине ул саҡта. Апайым эшләне һауынсы булып шул колхозда, әсәйем - ҡарауылда. Беҙ ағайым менән Теләүембәткә йөрөп уҡыйбыҙ. Өҫтә йүнле кейем булмаһа ла, тырыштыҡ, уҡып сығып, ошо дәрәжәгә еттек, Аллаға шөкөр, - ти Линиза инәй тормош юлы тураһында бәйән итеп. "Уңған ғаилә - милләт хазинаһы" мәҡәләһенең икенсе өлөшө уның тураһында булыр.

Борон заманда, әле кешеләрҙә шырпы булмаған ваҡытта, кешеләр бер тоҡандырған утты оҙаҡ һүндермәй һаҡлағандар. Ниндәйҙер сәбәп менән усаҡ һүрелеп, ут һүнә ҡалһа, иң яҡын кешеләр – күршеләренә йүгергәндәр. Бына шунан килеп сыҡҡан да инде ут күрше тигән төшөнсә.
Байғазиндарҙың ут күршеһе Линиза Хәмәтйән ҡыҙы ла дан кеше. Сынтимер ҡарт килендәре тураһындағы мәҡәлә башында яҙғайным бит әле бер инәй килеп Бесәнсе халҡы тураһында яҙмайһығыҙ тип үпкә белдереп китте тип, бына шул үҙе инде ул һынсыл ғына ҡарашлы Линиза инәй.
- Мин Бикес ауылы ҡыҙы ул. Башланғыс кластарҙы тыуған ауылымда бөткәс, Теләүембәттә етене бөттөм дә, Подгорныйҙа тамамлап ҡуйҙым. Урал Насир улы Бакиров беҙҙең класс етәксеһе булды. Йырға әүәҫ булдым, концерттарҙа ҡатнаша торғайным. “Ҡыҙыл байраҡ” колхозы омсомол йүнәлтмәһе биреп, Стәрлетамаҡҡа культпросветҡа (мәҙәни-ағартыу) уҡырға ебәрҙе. Ғүмәр Әбделмәновтың уҡып бөтөп, шунда өсөнсө йыл ғына эшләп йөрөгән сағы. Беҙ имтихан биргәндә комиссияла ултырҙы ул. Тамамларға йыл ярым тирәһе ҡалғайны, бер ваҡыт мине мәҙәниәт бүлегенә саҡыралар. Ошо көндә өс клуб буш тора, Әбсәләмов менән (техникум директоры) һөйләшкәнбеҙ, ситтән тороп уҡыуға күс тә, эшкә ҡайт тип ҡуйҙылар. Мин Хоҙайбирҙин ауылын һайланым һәм клуб мөдире булып эшкә килдем. Китапханаһы ла бар ине. Шулайтып, эшләп киттем ошонда. Тик оҙаҡ эшләргә тура килмәне, ҡыҙым. Тормошҡа сыҡтым, балалар тыуҙы. Етешмәйбеҙ, ауыр саҡ. Дүрт йыл эшләнем дә, үҙ теләгем менән ғариза яҙып, был эште ташлап, фермаға һауынсы булып эшкә киттем һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы шунда эшләнем. Һауынсылыҡҡа күнегеп китеүе ауыр булманы. Сөнки бала саҡтан һыйыр һауып үҫтек. Теләүембәттә уҡығанда ла беҙ, йәш ҡыҙҙар, йәйгеһен һауынға төшөп, апайҙарҙы ял иттерә торғайныҡ. Йәш кенә булһаҡ та, дүрт ҡыҙ ҡул менән һыйыр һауҙыҡ. Ауырлыҡ менән үҫкәс, эшкә лә өйрәнгәнбеҙ. Һуғышҡа киткәнендә миңә йәш тә һигеҙ ай ғына булған. Ҡайтып өс ай ғына торҙо ла, үлеп тә китте. 46 ғына йәш ине. Уҡымай ҙа инем, шулай ҙа уны хәтерләйем. Өйөбөҙ ҙә юҡ ине, колхоз өйөндә ятып ҡалдыҡ. Һигеҙ бала булғанбыҙ, дүртәүһе үлгән, уларҙы белмәйем, дүртәү генә ҡалдыҡ. Ғөбәйҙулла ағай бик ныҡ ярҙам итте. Мортазаның атаһы. Колхоз рәйесе ине ул саҡта. Апайым эшләне һауынсы булып шул колхозда, әсәйем - ҡарауылда. Беҙ ағайым менән Теләүембәткә йөрөп уҡыйбыҙ. Өҫтә йүнле кейем булмаһа ла, тырыштыҡ, уҡып сығып, ошо дәрәжәгә еттек, Аллаға шөкөр, - ти Линиза инәй тормош юлы тураһында бәйән итеп.
"Уңған ғаилә - милләт хазинаһы" мәҡәләһенең икенсе өлөшө уның тураһында булыр.
Читайте нас: